Элек-электән халҡыбыҙ араһында шифалы доғалары менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, өйҙө таҙалаған, ҡот ҡойған кешеләр, шулай уҡ кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһын да кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн башҡарған.
Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Шуларҙың береһе - Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән классик массаж яһау оҫтаһы, эске ағзаларҙы һәм быуынды ултыртҡан, эс һылаған, хиджама эшләгән, һөлөк һалған Гөлназ Баймырҙинаға сират бер нисә ай алдан төҙөлә. Һәр кемде ихлас ҡарап, сирен әйткән был ханым 2014 йылдан алып массаж яһау менән шөғөлләнә.
– Был һәләт миңә өләсәйемдән бирелгәндер, тип уйлайым, – ти Гөлназ Әҡсән ҡыҙы. – Уны күптәр яҡшы белә, Йомаш ауылында кендек инәйе тип тә йөрөттөләр. Даими рәүештә төрлө массаж яһау өлкәһендә белемемде камиллаштырыу маҡсатында әленән-әле уҡыйым, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, сертификаттар алам. Баймаҡта үҙ эшемде астым, бер бүлмәне ҡуртымға алып, кешеләрҙе ҡабул итәм. Гирудотерапия, йәғни һөлөк ҡуйыу менән дә тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнәм. Күберәк массаж эшләйем, хәҙер күптәр үҙ һаулығына битараф түгел, шуныһы ҡыуандыра. Улым да минең юлымды дауам итә, уның да ҡулдарының име бар.
Гөлназ Баймырҙина менән беҙгә Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында үткән "Ер ҡото" этномәҙәни фестивалендә танышырға тура килгән ине. Әйткәндәй, ул сараларҙа ла иң күп мөрәжәғәт итеүселәр Гөлназ Әҡсән ҡыҙына була.
Автор фотолары.