824 квадрат метрлы модуль объектын 2024 йылда төҙөгәндәр. Бында һигеҙ ашығыс медицина ярҙамы бригадаһын урынлаштырыу өсөн шарттар булдырылған. Белгестәр тәүлек әйләнәһенә Иглин һәм Нуриман райондарының 70 меңдән ашыу кешеһен, шулай уҡ М-5 ”Урал” федераль трассаһы участкаһын хеҙмәтләндерәсәк.
Бинаны төҙөүгә һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бөтәһе 120,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш, проект сиктәрендә дүрт махсус автомобилгә гараж төҙөлгән, шулай уҡ эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.
Республика һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең баш табибы Аяз Камалов билдәләүенсә, лицензиялау тамамланғандан һуң белгестәр яңы бинаға күсәсәк. Был пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Радий Хәбиров шулай уҡ диспетчер хеҙмәтенең яңы эш системаһы менән танышты. Инновацияны “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә булдырғандар.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының матди-техник базаһын яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне һәм тиҙ ярҙам станцияһы коллективына яуаплы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ төбәк етәксеһе муниципалитет етәкселеге һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре менән Иглиндә сменаһына 600 кешегә иҫәпләнгән яңы поликлиника бинаһын төҙөү планын тикшерҙе.
Фото: glavarb.ru