11 ноябрҙә аҙна һайын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүгә ҡаршы көрәш саралары тикшерелде.
– Киҙеүҙе профилактикалау әле айырыуса көнүҙәк. Вакцинация ауырыуҙан һаҡланыуҙың төп ысулы булып ҡала. Республикала халыҡты иммунизациялау уҙғарылған 249 прививка кабинеты эшләй, - тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков.
2024 йылдың ноябренә республикала 2 миллионға яҡын грипҡа ҡаршы вакцина ебәрелгән, 1,5 миллиондан ашыу кешегә прививка яһалған.
Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырығандарҙы дауаханаға һалыу өсөн 1,5 меңдән ашыу урын әҙерләнгән. Кәрәк булғанда өҫтәмә рәүештә 600-ҙән ашыу койка-урын булдырыласаҡ. Медицина персоналы көсәйтелгән эшкә әҙер. Шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ординаторҙарҙы һәм профилле һөнәр студенттарын йәлеп итеү мөмкинлеге ҡаралған.
Башҡортостан вирусҡа ҡаршы препараттар, һаҡлау саралары һәм үпкәне яһалма елләтеү аппараттары менән тәьмин ителгән, тип өҫтәне Роберт Иштуков.
Радий Хәбиров республика предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә вакцина яһау кәрәклегенә иғтибар итте. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына алдағы “Сәнәғәт сәғәте”ндә хеҙмәт коллективтарын иммунизациялау мәсьәләләрен тикшереү өсөн аналитик материалдар әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.