Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында күп кенә ғаиләләрҙең тәҙрә төбөндә өс литрлы быяла банкала сәй бәшмәге “йәшәне”. Уға даими рәүештә сәй һыуы һәм шәкәр йәки бал өҫтәп, туҡландырып торорға кәрәк.
Сәй бәшмәгенең иң ҙур файҙалы сифаттарының береһе – ул иммун системаһын нығыта, йәғни витаминдарға, минералдарға, органик матдәләргә һәм ферменттарға бай. Уны ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ваҡытында, бөйөр һәм бөтә бәүел-енес системаһы сирҙәре, дифтерия, скарлатина, ҡорһаҡ тифы, геморрой, фурункулез, осраҡтарында, күҙ һәм ишетеү һәләте насарайғанда, яраларҙы эшкәрткәндә, шулай уҡ ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн тәҡдим итәләр.
Бәшмәкте яҡтыла тоторға кәрәк, әммә тура ҡояш нурҙары ярамай. Шуға күрә бының өсөн иң ҡулайы – өс литрлыҡ быяла банка.
Бәшмәккә һауа инергә тейеш. Тап шуға күрә банканың ауыҙын таҙа марля менән бәйләп ҡуялар. Был алым себен-серәкәйҙән, йәғни һәр төрлө зарарланыуҙан һаҡлай.
Бәшмәк ауырымаһын өсөн уға ҡойған сәй 18-25 градус температурала булырға тейеш. Сәй шамаһы төшмәһен. Шәкәрҙе һыуҙа ныҡ иретеп кенә һалығыҙ.
Бәшмәктең өҫкө өлөшө ҡараһыу-көрән төҫкә инһә, йәки аҫҡы ҡатламында йәшкелт һәрмәүестәр барлыҡҡа килһә, тимәк, ул ауырый. Уны ҡулланырға ярамай!
Бәшмәкте 2-3 көн һайын туҡландырырға кәрәк (0,2 литр сәй һәм 20 грамм шәкәр (шәкәр патокаһы йәки бал).
Уны ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә кәңәш ителә. 100 грамм бәшмәк һыуына 100 грамм йылы ҡушыу мотлаҡ. Көнөнә 500 грамдан артыҡ эсергә кәңәш ителмәй.
Бәшмәк һыуы кемдәргә зыянлы? Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген, аш һеңдереү процесын көйләһә лә, ул ашҡаҙан сирҙәре – гастрит, ашҡаҙан сей яраһы булған кешеләргә бөтөнләй ярамай. Табиптар шулай уҡ шәкәр диабеты диагнозлы ауырыуҙарға ла бәшмәк һыуы менән мауыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Сәй бәшмәген дөрөҫ тәрбиәләү, таҙалыҡты һаҡлау ҙа бик мөһим.
Ҡуллана башлар алдынан табип менән кәңәшләшеү ҙә мотлаҡ шарт!
Фото: vk.com/public208639104
(“Бәйләнештә”ге “Семейное здоровье” төркөмөндә бирелгән мәғлүмәттәр һәм фото файҙаланылды).