Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Ноябрь , 07:00

Глюкоза кимәлең күпме?

Артериаль ҡан баҫымының һәм холестериндың юғарылығы 2 типтағы  шәкәр диабеты хәүефен арттыра.

Глюкоза кимәлең күпме?
Глюкоза кимәлең күпме?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 11-17 ноябрҙә диабет менән көрәш аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте.  

 Шәкәр диабеты организмда шәкәр йәки глюкоза үҙләштерелмәүе менән бәйле барлыҡҡа килгән сир. Шуға күрә уның концентрацияһы ҡанда күп тапҡырға арта. Шәкәр диабеты – бик етди сир, башҡа ауырыуҙарҙың үҫешенә лә хәүеф тыуҙыра. Ҡанда глюкоза кимәлен дөрөҫ контролләмәү бөйөр, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системалары функцияларының боҙолоуына килтереүе ихтимал. Уны контролләү препараттар йәки йәшәү рәүешен үҙгәртеү ярҙамында башҡарыла. Шуға күрә халыҡта ҡандағы шәкәр кимәлен белеү, рациональ туҡланыу һәм медицина тикшеренеүҙәрен үтеү культураһын формалаштырыу мөһим, тип иҫәпләй табиптар.

Диабет матдәләр, тәү сиратта углеводтар алмашыныуы боҙолоуы менән бәйле хроник сир. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгес-эндокринологы Әлиә Насретдинова сир билдәләре тураһында аңлатты:

“Сирҙең ике төрө иҫәпләнә: 1 типтағы һәм 2 типтағы шәкәр диабеты. Һәр береһенең үҙенә хас хәүеф факторҙары һәм сир билдәләре бар.

 Тәүгеһенә генетик күсәгилешлек хас. Диабеттың 1 типтағы төрөнә дусар туғандары булған кешеләрҙә сир хәүефе тағы ла арта. Шулай уҡ аутоиммун сирҙәренә юлыҡҡандар ҙа сиргә тиҙ бирешә. 1 типтағы диабет айырыуса балаларҙа һәм йәштәрҙә күҙәтелә.

2 типтағы диабет өсөн артыҡ тән ауырлығы, һимеҙлек төп факторҙарҙың береһе булып тора. Физик әүҙемлектең етерлек булмауы, ултырып эшләү шулай уҡ сир хәүефен арттыра. 45 йәште уҙғандар айырыуса һаулығына иғтибарлы булһын. Артериаль ҡан баҫымының һәм холестериндың юғарылығы 2 типтағы  шәкәр диабеты хәүефен арттыра.

 Сирҙең дөйөм билдәләре:

Ҡанда глюкозаның күплеге арҡаһында бәүелдең артыуы һәм йышайыуы (полиурия). Даими эске килеү, аппетиттың көсәйеүе, арыу-талсығыу тойғоһо, күҙ күреүенең насарланыуы, йәрәхәттәрҙең насар төҙәлеүе. Быларҙан башҡа сирҙең һәр төрөнә генә хас билдәләр ҙә бар”.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: