Инжир - бик боронғо емештәрҙең береһе. Тәүҙә уны Ғәрәбстанда үҫтерә башлайҙар, аҙаҡ Сүриәгә һәм Мысырға эләгә. Әлеге көндә Азия илдәрендә, Ҡырымда, Грецияла, Италияла, Испанияла таралған. Ағас 30-60 йыл үҫә, 300 йылғаса йәшәгән осраҡтары ла билдәле.
Инжир изге емеш һанала. Уның хаҡында Ҡөрьән сүрәләрендә лә телгә алына.
Файҙаһы яғынан инжир алмаға тиңләшә, тик ул туҡлыҡлыраҡ. Ҡышын, организмдың энергияһы кәмегәндә, емештең аҙыҡ рационынан өҙөлмәүе бигерәк тә һәйбәт. Киптерелгән инжир юғары калориялы - ул 77 процент шәкәрҙән тора, тағы бик күп кәрәкле матдәләргә - калий, кальций, тимер, фосфор, магний, натрий минералдарына, А1, В1, В2, В6, С витаминдарына һәм еңел үҙләштерелеүсе глюкозаға бай.
Шуға ла емеш көнө буйы физик эш һәм аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнгән кешеләргә көс-ҡеүәтен тулыландырырға ярҙам итә. Бынан тыш, мускулдар һәм нервы системаһын сәләмәтләндерә, уларҙың үҫешен тәьмин итә.
Инжирҙа тимер күп, шуға уны аҙ ҡанлылыҡ менән яфаланыусыларға ашау кәңәш ителә. Емеш йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, гипертониянан, атеросклероздан, тромбофлебиттан, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолоуҙан да файҙалы. Табиптар, составында шәкәр күп булыу сәбәпле, уны диабет һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән интегеүселәргә ашарға ҡушмай.
Фото: mosty-zara.