Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Ноябрь , 11:00

Барыһына ла сәләмәтлек өләшәләр

Бөгөн һеҙҙе Өфө ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан сәләмәтлек үҙәге – “Барығыҙға ла һаулыҡ” (“#ЗдоровьяВсем”) медицина клиникаһы менән таныштырырға теләйбеҙ. 

Барыһына ла сәләмәтлек өләшәләр
Барыһына ла сәләмәтлек өләшәләр

Бөгөн һеҙҙе Өфө ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан сәләмәтлек үҙәге – “Барығыҙға ла һаулыҡ” (“#ЗдоровьяВсем”) медицина клиникаһы менән таныштырырға теләйбеҙ.

Был клиника 2019 йылда ойошторолоп, бөгөнгәсә уңышлы эшләп килә. Бында юғары категориялы табип-акушер-гинеколог, табип-косметолог, табип-онколог ҡабул итә. Бында онкологияға, гинекологияға бәйле сирҙәр, тәндең төрлө өлөшөндәге шеш, папиллома, миң һ.б. алдырыу, УЗИ диагностикаһы үтеү, косметология мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. 

Клиника етәксеһе Гөлнур Хәмзә ҡыҙы Ниғманованың исеме күптәргә таныштыр. Ул – паллиатив ярҙам йүнәлешендәге юғары категориялы табип, онколог (маммолог), хирург. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы һәр төрлө шеш, папиллома, миң, сөйәлдәрҙе алыу йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә табибә булып танылған. Уның “Бәйләнештә” сайтындағы шәхси сәхифәһе рәхмәтле пациенттарының фекерҙәре, комментарийҙары менән тулы.

Медицина үҙәге директоры Финат Гил улы Ниғманов, табип-онколог Финар Динар улы Зәйнуллин, табип-косметолог Эльвира Айрат ҡыҙы Ғилметдинова, табип-акушер-гинеколог, бер үк ваҡытта УЗИ диагностика белгесе Елена Борисовна Вербицкая, шәфҡәт туташтары Айгөл мөнир ҡыҙы Сакаева, Ольга Александровна Ҡарасуринаны ла клиникаға мөрәжәғәт итеүселәр үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ белә.

Эйе, “Барығыҙға ла һаулыҡ” (“#ЗдоровьяВсем”) медицина клиникаһында ысын профессионалдар эшләй. Уларға ышанырға була!

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: клиника даими рәүештә төрлө социаль проекттар, акциялар үткәрә. Мәҫәлән, бында аҙнаның бер көнөндә папилломаларҙы бушлай алдырыу мөмкинлеге бар.

Әгәр мәғлүмәт ҡыҙыҡһындырһа, һаулығығыҙға бәйле проблемалар булһа, һис икеләнмәйенсә “Барығыҙға ла һаулыҡ” (“#ЗдоровьяВсем”) медицина клиникаһына мөрәжәғәт итегеҙ.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 156, 1-се ҡат. Клиника иртәнге 10.00-дан киске 20.00-гә тиклем эшләй. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (919) 603-57-97

Һеҙҙең иғтибарға пациенттарҙың фекерҙәрен дә тәҡдим итәбеҙ:

“Эльвира Айрат ҡыҙы – тәжрибәле белгес, үҙ эшенең оҫтаһы! Ун биш йылдан ашыу эшләү осоронда тиҫтәләрсә ҡатын-ҡыҙға йәшерәк, матурыраҡ булырға, үҙ-үҙеңә ышанысты арттырырға ярҙам итте.

Ольга, 32 йәш. Өфө ҡалаһы”.

“Хәйерле көн! Табип-гинеколог Елена Борисовна тураһында фекер ҡалдырырға теләйем. Ниһайәт, күп ваҡыт үткәс, мин квалификациялы белгес таптым. Ул яҡшы, дөрөҫ дауалау тәҡдим итеп кенә ҡалмай, ә үҙенә ышаныс уята.

Гөлнара, 29 йәш, Белорет ҡалаһы”.

ИҪКӘРМӘЛӘР БАР. ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕҮ МОТЛАҠ. 

Фотолар: “#ЗдоровьяВсем” медицина клиникаһы сайтынан һәм Г.Х. Ниғманованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

 

Барыһына ла сәләмәтлек өләшәләр
Барыһына ла сәләмәтлек өләшәләр
Барыһына ла сәләмәтлек өләшәләр
Барыһына ла сәләмәтлек өләшәләр
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: