Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь , 10:00

Айһылыу йәнә ауырлыҡтарға осраған

Тик йәш әсә бирешергә уйламай! 

Айһылыу йәнә ауырлыҡтарға осраған
Айһылыу йәнә ауырлыҡтарға осраған

Яҡташыбыҙ Айһылыу Шәһивәлиеваның ҡурҡыныс сир менән көрәшкәнен күптәр белә. Йәш әсәнең аяғында яман шеш, ул дүртенсе стадияла. Уға бар республика халҡы дәррәү берләшеп сит илдә дауаланыу өсөн аҡса йыйҙы, йәмғеһе 9,5 миллионға яҡын сумма тупланды. Һәм күптән түгел ул операция яһатыр өсөн Төркиәгә киткәйне, ләкин анализдарының насар булыуы сәбәпле, табиптар уны кире борҙо. Бер нисә ай уларҙың дарыуҙары менән химия терапияһы алырға һәм өс айҙан кире килеп, хәлен баһаларға һәм операция тураһында уйларға тигән ҡарар ҡабул ителгәйне. Кисә Айһылыу социаль селтәрҙә үҙенең хәле тураһында белдереп яҙма ҡалдырҙы.

Уның әйтеүенсә, ул дүшәмбе анализдар тапшырған, ләкин улар бик шәптән түгел – гемоглобины норманан түбәнерәк булған. Ул артабанғы дауа алыр өсөн табипҡа мөрәжәғәт иткән, Төркиәлә тулыһынса тикшереү үткәне һәм дауаланыу өсөн дарыуҙар алып ҡайтыуы тураһында әйткән. Ләкин беҙҙең табиптар уға химия терапияһы үткәрергә баш тартҡан. Баҡһаң, ҡануниәткә ярашлы, улар сит илдән килтерелгән препараттарҙы ҡуллана алмай икән. “Барыһы ла яҡшы булыр тип уйлаған инем. Минеке кеүек сир менән сирләгән ҡыҙҙың Төркиәлә уңышлы дауаланыуы, ҡайтҡас, терапияны өйөндә дауам итеүе тураһында белә һәм минең менән дә шулай булыр тип уйлағайным. Ләкин, миңә баш тарттылар”, – тип яҙа Айһылыу.

Ул шул уҡ көндө түләүле белгескә яҙылған. Табип уның бөтә медицина документтарын өйрәнгән. Ул Айһылыуҙы дауаларға ризалашҡан, тик был түләүле буласаҡ тигән. Терапияның бер курсы 15 мең һум торасаҡ, ә бындай курстарҙы өстө үтергә кәрәк.

“Беҙгә кесаҙна яңынан анализдар тапшырырға һәм дүшәмбе килергә саҡырҙылар. Беҙҙең әле әҙерәк ваҡыт бар һәм бөтә килеп тыуған һорауҙарға яуаптар алырға тырышасаҡбыҙ. Бөтә хафалар арҡаһында эмоциональ хәлем шәптән түгел, аяҡ та борсой башланы. Хәстәрлегегеҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт”, – тип яҙҙы ул.

Беҙ ихлас күңелдән Айһылыуға ныҡлыҡ һәм тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/shagavaleevaaisylu

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: