Башҡортостандың медицина учреждениелары Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында лайыҡлы еңеп сыҡты.
Биш медицина ойошмаһы “Халыҡ өсөн хеҙмәт” номинацияһында еңеү яуланы. Уларҙың араһында Республика кардиология үҙәге, Республика психиатрия һәм Йоғошло ауырыуҙар дауаханалары, шулай уҡ Өфө ҡалаһының 46-сы поликлиникаһы һәм 17-се ҡала балалар дауаханаһы бар.
Республика кардиология үҙәген өс проекты өсөн билдәләнеләр. Береһе – йөрәктең биологик клапаны менән ҡан тамырҙары протезын ҡулланып яһалған Бенталла Де Боно операцияһы. Табиптар йылына 20-нән ашыу ошондай операцияны яһай. 17-се дауахана үҙәк нервы системаһы зарарланған 12 айға тиклемге пациенттарҙы реабилитациялаған өсөн наградаға лайыҡ булған.
46-сы поликлиника - шәкәр диабетына дусар пациенттар өсөн онлайн-мәктәп булдырғаны, Республика психиатрия дауаханаһы - аутизмға дусар балалар өсөн Менталь сәләмәтлек үҙәге, ә Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы хроник вируслы гепатиттарҙы диагностикалау һәм дауалау буйынса проекты өсөн билдәләнде. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.