Уҫаҡ ҡайыры бауыр, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта, төрлө шештәрҙе (киста, полип һ.б.) юҡҡа сығарыу көсөнә эйә, быуындар һыҙлауын баҫа. Дөрөҫ итеп, йәғни курс менән эскәндә, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итә.
Ләкин уҫаҡ ҡайырының иң көслө тәьҫире – вирусҡа ҡаршы көрәштәге һөҙөмтәлелеге. Ниндәй генә вирус булмаһын – грипп вирусы, ауырлы ҡатындар өсөн айырыуса хәүефле цитомегаловирус йәки папиллома вирусы, А, В йәки С гепатиты вирусы – ул уларҙың бөтә төрҙәрен дә үлтерә. Тик тейешле ваҡыт ҡына кәрәк. Ҡабул итеү курсы өс аҙнанан артмаҫҡа тейеш. Артабан ике аҙна тәнәфес яһау мотлаҡ. Һуңынан организмды нығытыу өсөн тағы өс аҙна эсергә.
Мәҫәлән, киҙеү эләктереү менән температура күтәрелә, хәлһеҙлек, быуындар һәм тән һыҙлауы күҙәтелә. Вирус организмда йәшен тиҙлегендә тарала, үҫешә. Бына ошо мәлде үткәреп ебәрмәҫ борон уҫаҡ ҡайыры ҡабул итә башларға кәрәк. Нисек?
Ярты балғалаҡ он кеүек онталған уҫаҡ ҡайырын телгә һалабыҙ һәм артынса һыу йәки сәй эсәбеҙ. Үлән төнәтмәһе эсергә лә мөмкин. Ярты сәғәттән йәнә шундай уҡ дозаны ҡабул итәбеҙ. Һөҙөмтәлә организмда вирустың үрсеүе туҡтай. Иң мөһим шарт – температура күтәрелә башлаған мәлде үткәреп ебәрмәҫкә. Артабан һәр өс сәғәт һайын ярты балғалаҡ уҫаҡ ҡайырын һыу менән эсәбеҙ. Баллы, лимонлы һыу, үлән төнәтмәләре хуплана. Был ысул – ике, күп тигәндә өс көндә һауығыуҙы гарантиялай.
Уҫаҡ ҡайырын тәүге һыуыҡтар башланып, ҡар ятҡас, йыйырға кәңәш ителә. Тап һалҡын миҙгелдә уның ҡиммәте арта. Май баштарына тиклем йыйырға мөмкин, шулай ҙа иң яҡшыһы – ғинуар айы.
Төнәтмә эшләү
Әгәр ҡабыҡты киптереп, он кеүек итеп онтап эшләү мәшәҡәтле тойолһа, ваҡ итеп тураҡлап, киптереп һаҡлағыҙ. Был осраҡта унан төнәтмә яһап эсергә кәрәк буласаҡ. Бер аш ҡалағы ҡабыҡҡа 2 стакан һыу алына. Һыуыҡ һыу ҡойоп, талғын утта ҡайнап сығыу хәленә еткерәбеҙ. Ҡапҡасты япмайынса, өс минут яй ғына ҡайнатабыҙ. Уттан алғас, ҡапҡас ябып, 15 минутҡа ҡалын әйбергә төрөп ултыртып торабыҙ. Ошо төнәтмәне ашарға ярты сәғәт ҡалғас, көнөнә 4 тапҡыр яртышар стакан ҡабул итәбеҙ. Лимон, имбирь, бал йәки ҡурай еләге ҡайнатмаһы өҫтәргә мөмкин.
28 йыллыҡ стажға эйә табип-фитотерапевт Т. Плесовскихтың яҙмаларынан тәржемә ителде.
Фото: img.joinfo.com