21 ноябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй стоматологтарының ғилми-ғәмәли конференцияһында халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында “Остазлыҡ мәктәбе” конференцияһы үтте. Сара барышында табип-стоматолог әҙерләүҙә проект уҡытыу мәсьәләләре, йәштәр менән эшләү үҙенсәлектәре һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
Республика ҡалалары һәм райондарының стоматология ҡабул итеүенә йәлеп ителгән стоматологтар, табиптар, стоматология факультеты студенттары, курсанттар һәм квалификация күтәреү циклы тыңлаусылары ҡатнашҡан сарала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар стоматологы, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табибы Римма Ғәниева “Практик һаулыҡ һаҡлауҙа остазлыҡ роле. Социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу” доклады менән сығыш яһаны.
Ул, йәштәрҙе стоматология буйынса медицина ойошмаларына, шул иҫәптән балалар стоматологтарына эшкә йәлеп итеү кәрәклеге әлеге ваҡытта республиканың стоматология хеҙмәтен үҫтереүҙә мөһим мәсьәлә булып тора, тип билдәләне.
– Балалар стоматологияһының бурысы – баланы 18 йәшкә тиклем еткереү. Ошо маҡсатта беҙ Башҡортостанда мәктәп стоматологияһын үҫтерәбеҙ. Ул беҙгә бәләкәйҙән стоматологик сәләмәтлекте тәрбиәләүҙә ярҙам итә, – тип һөйләне ул һәм төрлө проекттарҙың, шул иҫәптән райондарға һәм ҡалаларға күсмә эштең, был эшмәкәрлеккә йәштәрҙе йәлеп итеүҙең дә ошоға хеҙмәт итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Спикерҙарҙың сығыштарынан һуң ҡатнашыусылар стажировка үтеү мәсьәләләренә, йәш белгестәр өсөн остаз роленә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
***
Конференцияның модераторы булып медицина фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан дәүләт медицина университетының хирургик стоматология кафедраһы мөдире Артем Изосимов сығыш яһай, шулай уҡ спикерҙар булып Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар йәшендәге стоматология һәм ортодонтия кафедраһы доценты Наталья Макушева, хирургик стоматология кафедраһы профессоры Фәниә Мирсаева, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, һатыу һәм медицина хеҙмәттәре менән идара итеү өлкәһендә эксперт Тамара Акубардия һәм директор сығыш яһай.
Фото: