Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Ноябрь , 08:00

Инфаркттан һуң ярҙам итә

Был ысул, миңә стенокардия приступтарынан, 82 йәштәге атайыма инфаркттан һуң хәл индерергә, организмды яйға һалырға ярҙам итте...

Инфаркттан һуң ярҙам итә
Инфаркттан һуң ярҙам итә

"Был ысул, миңә – 60 йәш, стенокардия приступтарынан, 82 йәштәге атайыма инфаркттан һуң хәл индерергә, организмды яйға һалырға ярҙам итте. Ҡан-йөрәк тамырҙарын таҙартыуҙан тыш ул иммунитетты нығыта, киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлай. Уны 3-4 ай самаһы эсергә кәрәк. Мин өс йыл өҫтәлемдән өҙгәнем юҡ, стенокардия приступтары ла юҡҡа сыҡты.
1 стакан мүк еләге (клюкваға) 1 стакан шәкәр һалып яҡшылап болғатабыҙ. Уға ит турағыс аша үткәрелгән 1 әфлисун (бәләкәй булһа – ике әфлисун) өҫтәйбеҙ. Йәки барыһын бергә яҡшылап блендерҙа болғатырға була. Ошо тәмлекәсте өҙмәй 3-4 ай эшләп ашайбыҙ. Ул бик тәмле килеп сыға, ҡунаҡтарға өҫтәлгә лә ултыртам.
Тағы бер ысул. Ул инсульт, инфаркттан һуң организмды яйға килтерергә ярҙам итә. 2 лимон, 2 әфлисунды ит турағыс аша үткәрегеҙ ҙә, 2 аш ҡалағы бал менән болғатығыҙ. Уны быяла һауытта һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ашарға 30 минут алдынан 2 сәй ҡалағы ашайбыҙ",  - тип хәбәр итә "Сәләмәт булайыҡ!" төркөмөндәге бер апай.

Һеҙ ҙә был ысулды эшләп ҡарағыҙ! Һау -сәләмәт булайыҡ!

Фото һәм сығанаҡ: "Сәләмәт булайыҡ!" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: