Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса Өфөнөң 450 йыллығына арналған IV Евразия конгресы үтә. Рәсәй Федерацияһынан ғына түгел, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Бразилия, Австрия, Мысыр һәм Белоруссия илдәренән дә белгестәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Бындай киң ҡоласлы Конгрестың инновациялы медицина технологиялары нигеҙендә медицина ярҙамын камилләштереүҙә яңы перспективалар асыуына ышаныс ҙур.
Илдә бөтә үлем осраҡтарының ҙур өлөшө тап йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарына тура килә. Граждандарҙың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу, сәләмәтлеген, йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотҡан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты мөһим тармаҡты камиллаштырыуҙа, яңы технологиялар менән ҡоралландырыуҙа тағы ла бер көслө этәргес булыр тип көтөлә.
“Ҡан әйләнеше сирҙәренән үлем күрһәткесен кәметеү – һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше индикаторҙарының береһе. Һуңғы биш йылда “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, беҙ 170 берәмектән ашыу заманса медицина һәм реабилитация ҡорамалы алдыҡ, төбәк ҡан тамырҙары һәм тәүге ҡан тамырҙары бүлексәләрен йыһазландырҙыҡ, – тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Конгреста ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙендә. – Бөгөн республикала 10 төбәк ҡан тамырҙары үҙәге, һигеҙ тәүге ҡан тамырҙары бүлексәһе (икеһенә ангиографтар ҡуйылған) эшләй. Республиканың кардиология һәм кардиохирургия хеҙмәттәре йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар пациенттарға махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәргә эйә. Юғары технологиялы медицина ярҙамының бөтә төрҙәре тиерлек – рентгенэндоваскуляр операцияларҙан йөрәкте трансплантациялауға тиклем – ғәмәлдә беҙҙә башҡарыла”.
Белгестәрҙең иҫәпләүенсә, хәҙерге ваҡытта йөрәкте күсереп ултыртыу йөрәк етешмәүсәнлегенең һуңғы стадияһына килеп еткән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙың “алтын стандарты” булып тора. Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә, ә хирургия ярҙамының башҡа ысулдары тәьҫирһеҙ булғанда, тап ошо әмәлиәт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Һөҙөмтә төрлө факторҙарға бәйле. Табиптарҙың әйтеүенсә, йөрәкте күсереп ултыртыуға мохтаж ауырыуҙар күп.
“2013 йылдан алып бөгөнгә тиклем йөрәкте ортотопик трансплантациялау буйынса 49 операция яһалды. Хәҙерге ваҡытта үлем кимәлен кәметеү буйынса “Федераль инцидент 9” проектын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш бара”, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.
Башҡортостан Рәсәйҙә йөрәк транспланталогияһы йүнәлешендә эшләгән алдынғы биш төбәк исемлегендә. Рәсәйҙең һәм төрлө илдәрҙең танылған, һәләтле табиптарының был тармаҡты артабан үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында IV Евразия конгресына тап Өфөгә йыйылыуы юҡҡа түгел. Башҡортостанда ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса шарттар тыуҙырылған, тәжрибәле кадрҙар бар, үҙәктең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән. Рәсәй белгестәре күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан инновациялар ҡыйыу индерелгән, ижади кешеләр эшләгән, яңы проекттар тормошҡа ашырылған даими үҫешеүсе төбәк. Белгестәр коронавирус инфекцияһының йөрәк-ҡан тамырҙарына емерткес тәьҫире тураһында йыш фекер алыша. Уларҙың әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы йөрәк сирҙәрен киҫкенләштерҙе, миокард инфаркты, инсульт һәм тромбоз кеүек хәүефле ауырыуҙарға килтерҙе.
Кардиологтар алдында бурыс бер: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала был хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү, үлем осраҡтарын кәметеү, яңы дауалау ысулдарын ҡыйыу үҙләштереү. Кардиология үҙәгенең яңы корпусы төҙөлөүе, заманса ҡорамалдар алыныуы һәм төплө кадрҙар менән даими тулыланыуы ауырыуҙарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, йәшәүгә өмөт тыуҙыра.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа үтеүсе IV Евразия конгресы Рәсәй кардиологияһын үҫтереү юлында тап сираттағы ырамлы, уңышлы аҙымдарҙың береһе буласаҡ.
Фото:https://vk.com/bashcardio