Сәләмәт булайыҡ
29 Ноябрь 2024, 09:30

Тығыҙ бәйләнештә эшләү уңыштарға илтә

Иң ҙур һәм көтөп алынған бүләк Ирина Евгеньевна Николаеваға эләкте. Республика кардиология үҙәгенең баш табибына күсмә кардиология модуле асҡысы тапшырылды.

Тығыҙ бәйләнештә эшләү уңыштарға илтәТығыҙ бәйләнештә эшләү уңыштарға илтә
Тығыҙ бәйләнештә эшләү уңыштарға илтә

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса баш ҡаланың 450 йыллығына арналған IV Евразия конгресы дауам итә. Республикабыҙҙа дүртенсе тапҡыр уҙғарылған ҙур сара “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, артабан Евразия ғилми-ғәмәли хеҙмәттәшлегенең айырыуса мөһим йүнәлештәрен билдәләү, махсуслаштырылған кардиология ярҙамын күрһәтеү өлкәһендә эксперт һәм фәнни потенциалды туплау, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә тәьҫирлерәк программалар булдырыу маҡсатында уҙғарыла.

Республика кардиология үҙәгенең  баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, сара кардиологтар һәм кардиохирургтар өсөн генә түгел, башҡа ҡатнаш профессиялар белгестәре өсөн дә әһәмиәтле. Шуға күрә залда кардиологтарҙан тыш, рентгенэндоваскуляр диагностика һәм дауалау буйынса табиптарҙы, реабилитологтарҙы, терапевтарҙы, педиатрҙарҙы, дөйөм практика һәм функциональ диагностика табиптарын, неврологтарҙы, онкологтарҙы, генетиктарҙы һәм нефрологтарҙы күрергә мөмкин ине.

Республика медик-генетик үҙәгенең баш табибы Фәнил Сәлим улы Билалов оло сараға ниндәй маҡсат менән килеүен былай тип аңлатты:

–Беҙҙең үҙәк күп профилле учреждение булараҡ, медик-генетик үҙәк булыуҙан тыш, өлкәндәр һәм үҫмерҙәрҙең репродуктив сәләмәтлеге мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Пренаталь һәм неонаталь скринингтар, цитогенетик тикшеренеүҙәр, молекуляр диагностика һәм башҡа анализдар үткәрәбеҙ. 36 нәҫел сиренә неонаталь скринингты республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса үткәрәбеҙ.

Төп бурыстарыбыҙҙың береһе – молекуляр-генетик анализ һәм молекуляр генетика ҡаҙаныштарының заманса технологияларын клиник практикаға индереү, медицина ярҙамы кимәлен яңы баҫҡысҡа күтәреү. Бының өсөн дисциплина –ара ҡараш , төрлө профессияларҙың, шул иҫәптән кардиологтарҙың,  берлектәге хеҙмәте мөһим. Кешенең һаулығы күп факторҙарға бәйле: медицина сифаты, аң-белем кимәле, сәләмәт йәшәү рәүеше, нисек ял итеүе һәм башҡалар. Кеше организмындағы ағзалар сәләмәтлеге лә бер-береһенә ныҡ бәйле. Конгреста медициналағы яңы ҡаҙаныштар һәм асыштар тураһында һүҙ булыуына ышанам, фәнни эшләнмәләрҙең ҡағыҙҙа ғына ҡалмауына, уларҙың тиҙерәк практикаға индерелеүенә ниәт тотам.

Конгресс барышында пленар һәм секция ултырыштары, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, медицина сәнәғәте күргәҙмәләре эшләне. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Конгреста ҡатнашыусыларҙы видео бәйләнеш аша сәләмләп, сараны юғары кимәлдә үткәреүҙә уңыштар теләне. Пленар ултырышта кардиология өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән белгестәргә наградалар тапшырылыуы күңелле генә үтте. Иң ҙур һәм көтөп алынған бүләк Ирина Евгеньевна Николаеваға эләкте. Республика кардиология үҙәгенең баш табибына күсмә кардиология модуле асҡысы тапшырылды. Һуңғы биш йылда республикала ҡан әйләнеше сирҙәренән үлем күрһәткестәренең кәмей барыуы күңелдә өмөт уята. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, был – республиканың кардиология  һәм кардиохирургия хеҙмәттәренең тығыҙ бәйләнештә эшләү һөҙөмтәһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас