Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2024, 18:30

"Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр"

2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында төбәк етәкселәре өсөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәргән «Илдең һаулыҡ һаҡлауы: бөгөн һәм иртәгә» семинарында ҡатнашты.

"Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр""Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр"
"Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр"

2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында төбәк етәкселәре өсөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәргән «Илдең һаулыҡ һаҡлауы: бөгөн һәм иртәгә» семинарында ҡатнашты.

- Президент алдыбыҙға 2030 йылға 78  һәм 2036 йылға 81 йәшкә тиклем ғүмер оҙайлығын арттырыу бурысын ҡуйҙы. Башҡа илдәрҙең тәжрибәһе күрһәтеүенсә, беҙ быны тәьмин итә алабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Татьяна Голикова. – Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр. Һәм беҙ көтөлгән ғүмер оҙонлоғон ғына түгел, граждандарыбыҙҙың сәләмәт, әүҙем оҙон ғүмерлелеген дә арттырырға тейешбеҙ. Тап ошо өҫтөнлөктө беҙ «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» һәм «Һаулыҡты һаҡлауҙың яңы технологиялары» милли проекттарына һалдыҡ. Ауырыуҙы иҫкәртеү, гражданға операция йәки ҡатмарлы комбинациялы дауалау кәрәк булғанда уның менән эшләү мөһим.

 Семинарҙа беренсел медицина-санитар ярҙамы, ашығыс һәм кисекмәҫ медицина ярҙамы, махсуслаштырылған ярҙам, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш үҙенсәлектәре ҡаралды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар кадрҙар темаһына, һаулыҡ һаҡлау системаһын финанслау мәсьәләләренә, иҫкәртеү сараларына, шулай уҡ 2025 йылдан башланған яңы милли проекттарға айырыуса иғтибар бүлде.

Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостанда халыҡҡа уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүсе 127 дәүләт медицина ойошмаһы эшләй. Матди-техник базаны нығытыу сиктәрендә 2024 йылда 65-тән ашыу учреждение ремонтланған, 42 муниципалитетта 130-ҙан ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты, амбулатория, дөйөм практика табиптары офистары булдырылған. Кадрҙар йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары тормошҡа ашырыла. 2024 йылда унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.  «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә республика сараларын финанслауҙың дөйөм күләме 4,6 миллиард һум тәшкил итте, шуның 3,2 миллиард һумы – федераль бюджет средстволары.

Фото һәм мәғлүмәт: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/187263.html

 

"Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр"
"Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр"
"Илебеҙҙә иң мөһиме - кешеләр"
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас