3 декабрҙә Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 5-се балалар поликлиникаһы филиалында булды. Ул “2024 – 2029 йылдарға Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын модернизациялау“ төбәк программаһы сиктәрендә ремонтланған.
Бинала нур диагностикаһы бүлеге, шулай уҡ 9-сы педиатрия бүлеге урынлашҡан. Поликлиникала 3400-гә яҡын бала хеҙмәтләндерә.
Ноябрҙә бүлексә базаһында Балалар амбулатор эндоскопия үҙәге асыла.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин һөйләүенсә, яңы үҙәк фиброгастродуоденоскопия үткәреү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 5-се балалар поликлиникаһы бүлексәһенә капиталь ремонтҡа 56,7 миллион һум, мебель һатып алыуға һәм ҡуйыуға 15,6 миллион һум йүнәлтелгән. Бынан тыш, 28,8 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалдары һатып алынған.
Башҡортостан Башлығы башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы һәм Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыуға республика бюджетынан һигеҙ миллиард һум йүнәлтергә планлаштырыуҙарын билдәләне.
– Беҙ Өфөләге медицина учреждениеларын тәртипкә килтерергә булдыҡ, сөнки район дауаханалы өсөн федераль программа бар. Киләһе йылда беҙ муниципалитеттарҙа алты поликлиниканы сафҡа индерәсәкбеҙ. Быға федераль бюджеттан 3,5 миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Әммә Өфө поликлиникалары бында эләкмәне, шуға күрә төбәк бюджеты иҫәбенә уларҙы модернизациялау программаһы эшләй башланы.
Был беҙ тапшырған беренсе объект, тағы ла дүрт учреждение эшләнәсәк. Программа биш йылға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә баш ҡалабыҙ поликлиникаларын тәртипкә килтерергә тырышасаҡбыҙ. Һәм иң мөһиме – капиталь ремонт барышында яңы ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Был тәүге медицина ярҙамының сифатын күпкә яҡшыртасаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru