2024-2029 йылдарҙа Өфөлә 118 медицина учреждениеһы яңыртыла. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу өсөн төбәк программаһы эшләй. Уны 2023 йылда республика етәксеһе башлаған. Ул биналарҙы капиталь ремонтлауҙы, заманса медицина ҡорамалдары, мебель һәм оргтехника менән йыһазландырыуҙы үҙ эсенә ала.
Дөйөм финанслау күләме – 8 миллиард һум. Шуның 3,46 миллиард һумы Өфөлә 87 поликлиникаға – 54 өлкән кешегә һәм 33 балаға, шулай уҡ республика медицина учреждениеларының 25 объектына һәм стоматология поликлиникаларына капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелә.
2024 йылда дүрт медицина ойошмаһының биш бинаһына ремонт яһалған. Яңыртылғандан һуң Рәсәй урамындағы 5-се балалар поликлиникаһы филиалы һәм Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың балалар бүлексәһе асылды. Һынаусылар һәм Степан Кувыкин урамдарындағы 2-се балалар поликлиникаһы филиалдарында эштәр дауам итә. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностик корпусын да тәртипкә килтерәсәктәр.
– Программа сиктәрендә йыл дауамында Өфөнөң медицина ойошмаларына 1 589 берәмек ҡорамал, мебель һәм оргтехника ҡайтарыласаҡ, - тине Айрат Рәхмәтуллин. - 1 декабргә ҡарата 43 берәмек ҡорамал сафҡа индерелгән. Шулай уҡ 2024 йылда 1 328 берәмек мебель алыу планлаштырылған, шуларҙың 651-ен - ҡуйғандар ҙа инде.
2025 йылға Невский урамы буйынса 8-се клиник дауахана филиалын һәм Ғөбәйҙуллин урамы буйынса ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһын яңыртыу, шулай уҡ тағы ла 20 медицина ойошмаһын яңы ҡорамалдар һәм автоматлаштырылған эш урындары менән йыһазландырыу планлаштырылған.
Өфө һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу төбәк программаһы табиптар һәм пациенттар өсөн заманса уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Һеҙ муниципалитет менән берлектә сиратты билдәләгеҙ. Ремонтҡа күберәк мохтаж булған учреждениеларҙан башлағыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Артабанғы йылдарға аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Биш йыл дауамында ентекләп эшләргә һәм ошо программаны аҙағынаса еткерергә кәрәк. Шул саҡта кешеләр Өфөлә беренсел һаулыҡ һаҡлауҙың тәртиптә булыуын тойор.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.