Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2024, 05:30

Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе

Рәсәйҙә халыҡтың  тоҙҙо күп файҙаланыуы билдәле, айырыуса ҡыш көндәрендә тоҙ  самаһыҙ ҡулланыла (көнөнә 12-13 грамға тиклем).

Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙеДөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе
Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 16-22 декабрҙә Сәләмәт туҡланыуҙы популярлаштырыу аҙнаһы  үткәреүҙе  иғлан итте. Дөрөҫ туҡланыу метаболик боҙолоуҙарға һәм күп кенә сирҙәргә юл ҡуймай, тип иҫәпләй табиптар. Сәләмәт туҡаныу сифатлы аҙыҡ-түлеккә, уларҙың миҡдарына һәм ҡабул итеү ваҡытына нигеҙләнә.  Иғтибарҙы сикләүҙәргә генә йүнәлдерергә ярамай, ә туҡланыуға файҙалы, рациондың нигеҙен тәшкил иткән аҙыҡтарҙы индереүҙе үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, аҙнаһына рационға ике тапҡыр балыҡ, көн һайын йәшелсә, сәтләүек, еләк-емеш индереү мөһим.

 Рәсәйҙә халыҡтың  тоҙҙо күп файҙаланыуы билдәле, айырыуса ҡыш көндәрендә тоҙ  самаһыҙ ҡулланыла (көнөнә 12-13 грамға тиклем). Тәүлек нормаһы – көнөнә биш грамм ғына.

Дөрөҫ туҡланыу хроник сирҙәрҙе иҫкәртергә һәм кәметергә, сәләмәтлекте  һәм йөҙ матурлығын һаҡларға, буй-һын зифалығын юғалтмаҫҡа мөмкинлек бирә. Таҙа һыу һәм саф һауа кеүек үк аҙыҡ-түлек төрлөлөгө һәм туҡланыу режимы кеше һаулығы өсөн мөһим

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас