Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2024, 03:00

Макадамия - иң ҡиммәтле сәтләүек һанала

Көнөнә 30 грамдан артыҡ ашамаҫҡа кәңәш ителә.

Макадамия - иң ҡиммәтле сәтләүек һаналаМакадамия - иң ҡиммәтле сәтләүек һанала
Макадамия - иң ҡиммәтле сәтләүек һанала

Макадамия — иң ҡиммәтле сәтләүек һанала. Уның баш ауыртҡанда, мигрень булғанда файҙаһы тейә, гемоглобинды күтәрә, хәтерҙе яҡшырта, арығанлыҡты бөтөрә, нервы системаһы эшсәнлеген көйгә һала.

Был сәтләүектә  В төркөмө витаминдары күп, улар араһында тиамин, рибофлавин, пантотен кислотаһы, пиридоксин һәм фолат бар, ә С витамины, Е витамины һәм РР витамины аҙыраҡ.

Сәтләүек, шулай уҡ, калий, кальций, магний, фосфор, тимер, марганец, баҡыр, селен һәм цинкҡа бай.

Макадамияла омега-9 май кислоталары бар, улар ҡандағы “насар” холестирин кимәлен кәметергә һәм “яҡшы” холестирин дәрәжәһен күтәрергә мөмкин.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был сәтләүек организмда еңел эшкәртелә һәм үҙләштерелә. Макадамияла булған антиоксиданттар Е витамины һәм флавоноидтар тире һәм  сәс өсөн файҙалы.

Макадамия аллергик реакция килтереп сығарырға мөмкин. Әгәр башҡа сәтләүектәргә аллергия була икән, был сәтләүек менән айырыуса һаҡ булығыҙ. Макадамияла майҙар күп булыу сәбәпле, кәүҙә ауырлығын кәметергә теләүселәргә уны белеп кенә ҡулланырға кәңәш ителә.

Көнөнә 30 грамдан артыҡ ашамаҫҡа кәңәш ителә. Макадамияны һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ: төҫө ҡарараҡ булһа, сәтләүек оҙаҡ ятҡан була. Еҫкәп ҡарағыҙ, унан тәмле сәтләүек еҫе килергә тейеш. Был сәтләүекте ашар өсөн яйланма - асҡыс та кәрәк була, һатып алғанда уны ла һорарға онотмағыҙ.

Сәтләүектәрҙе һауа үткәрмәй торған һауытта йәки контейнерҙа һыуытҡыста һаҡларға кәңәш ителә.

Фото һәм сығанаҡ: “Ауыл ҡатыны” төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас