17 декабрҙә Республика йортонда республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Радий Хәбиров Совет булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның составына төбәктең алдынғы клиникалары баш табиптары, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, федераль күҙәтеү ведомстволарының территориаль органдары етәкселәре, ғилми ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, коммерцияға ҡарамаған структуралар вәкилдәре инде. Советтың маҡсаты – һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшереү һәм аныҡ ҡарарҙар әҙерләү.
Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы һуңғы йылдарҙа республикала көтөлгән ғүмер оҙайлығының 73,17 йәшкә тиклем артыуы, сабыйҙар үлеменең һәм төп сәбәптәрҙән үлеү осраҡтарының кәмеүе ошо өлкәләге мөһим ҡаҙаныштарға әүерелеүен билдәләне.
– Биш йылда тармаҡты финанслауҙы бер ярым тапҡырға тиерлек - 119 миллиард һумға тиклем арттырҙыҡ. Ихтыяжлы ҙур объекттар төҙөйбөҙ. Заманса медицина ҡорамалдары һатып алабыҙ. Тармаҡты һанлаштырыуҙа лайыҡлы уңыштарға өлгәштек. Беҙҙең клиникаларҙа алдынғы медицина технологиялары, ядро медицинаһы, яһалма интеллект индерелә. Юғары технологик хирургия операциялары яһала, – тине Радий Хәбиров. – Тармаҡҡа кадрҙар менән ярҙам итеү өсөн «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программаларын ғәмәлгә ашырабыҙ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәмдә муниципалитет башлыҡтарына белгестәрҙе урындарҙа ҡалдырыу өсөн шарттар булдырырға, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡуштым.
Төбәктә беренсел звеноны яңыртыу, ауылда медицинаны үҫтереү өсөн күп нәмә эшләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. 2024 йылда ғына 4 меңдән ашыу берәмек медицина техникаһы, 132 тиҙ төҙөлгән модуль конструкциялары, 109 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 19 табип амбулаторияһы, дүрт дөйөм практика табибы офисы ҡуйылған. 200-ҙән ашыу санитар автомобиле һатып алынған.
Медицина инфраструктураһын артабан нығытыу - киләсәккә төп бурыстар иҫәбендә. Мәҫәлән, 2025 йылға Республика кардиология үҙәгенең һәм Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпустарын, алты поликлиника төҙөүҙе тамамларға кәрәк.
– Өфөлә Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитален төҙөү буйынса эш башланыҡ. Президент был мәсьәләне хупланы, - тине Радий Хәбиров. - Объектты тейешле федераль программаға индереү буйынса бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм уны Рәсәй Федерацияһы бюджетынан ярҙам менән төҙөй башларға кәрәк.
Икенсе бурыс - төпкөл ауылдарҙа тәүге звеноны яңыртыуҙы дауам итеү, медицина ярҙамын арзанайтыу. Башҡортостан Башлығы 2030 йылға бер иҫке һәм авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ҡалмаҫҡа тейешлеген билдәләне. Параллель рәүештә Өфөнөң медицина учреждениеларын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта 2029 йылға тиклем республика ҡаҙнаһынан 8 миллиард һум йүнәлтелә.
Өсөнсө бурыс - «Оҙайлы һәм әүҙем тормош», «Ғаилә», «Һаулыҡ һаҡлауҙың яңы технологиялары» яңы милли проекттарын тормошҡа ашырыу.
- Тармаҡҡа квалификациялы белгестәрҙе, шул иҫәптән йәштәрҙе йәлеп итәсәкбеҙ. Ошо маҡсатта киләһе йылда Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалын асабыҙ. Республика сигендә йәштәр Башҡортостанда ҡалһын һәм беҙҙә уҡыһын өсөн колледждар аса башлауыбыҙға иғтибар иткәнһегеҙҙер, моғайын, - тине Радий Хәбиров.
Совет эшенең тағы бер йүнәлеше – МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йылының бурыстарын хәл итеү.
- Тәү сираттағы медицина һәм психотерапия ярҙамын, дөйөм алғанда, һөҙөмтәле реабилитацияны тәьмин итергә кәрәк, шул иҫәптән шифахана-курорт учреждениеларының мөмкинлектәрен файҙаланып. Был бик ҙур, мөһим эш. Республика менән махсус хәрби операция ветерандарын тыныс тормошҡа ҡайтарабыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин 2024 йылдағы медицина учреждениеларының эшенә йомғаҡ яһаны һәм алдағы осорға пландар билдәләне.
- Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү идеологияһы пациентҡа йүнәлеш биреү, медицина ярҙамының сифатын күтәреү принциптарына нигеҙләнгән. Ул өс мөһим йүнәлеште үҙ эсенә ала - инфраструктура, кадрҙар һәм һанлаштырыу, - тине Айрат Рәхмәтуллин. - Мәҫәлән, быйыл ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙамды автоматлаштырыуҙың яңыртылған системаһы файҙаланыуға тапшырылды. Амбулатор звенола кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙе стандартлаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Һөҙөмтәлә поликлиникалар эшләгән сәғәттәрҙә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенән ашығыс ярҙам хеҙмәтенә тапшырылған шылтыратыуҙар һаны 15 процентҡа артҡан. Һәм был беҙгә тиҙ ярҙам бригадаһының ашығыс саҡырыуҙарға 20 минут эсендә барып етеү күрһәткесен 95,3 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Айрат Рәхмәтуллин, ноябрь уртаһында министрлыҡ ҙур стратегик проектты - алдағы өс йылға республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын территориаль планлаштырыу схемаһын яҡланы, тип хәбәр итте. Был - объекттарҙы урынлаштырыуҙы билдәләгән системалы документ һәм халыҡтың ихтыяжын, транспорт менән ҡулланыу мөмкинлеген, яңы технологиялар индереүҙе иҫәпкә алып, һаулыҡ һаҡлауҙы тотороҡло үҫтереү саралары комплексы.
2025 йылда башланасаҡ яңы милли проекттар сиктәрендә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын яңыртыуҙы, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш сараларын, иҫкәртеү эшен дауам итергә ниәтләй.
Планда - беренсел звеноны модернизациялау программаһын артабан тормошҡа ашырыу ҙа. 2030 йылға тиклем 24 медицина объектын төҙөү, 262 медицина учреждениеһын капиталь ремонтлау, 541 тиҙ төҙөлгән модуль конструкцияһын ҡуйыу, 26 429 берәмек медицина изделиеһын, 54 күсмә мобиль комплекс һәм 450 берәмек автотранспорт һатып алыу күҙаллана.
Беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәрен дауалау ултырыштың көн тәртибендәге төп мәсьәләләр булды.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу хаҡында ентекле һөйләне. Әйтәйек, һуңғы өс йылда төбәктә алты поликлиника һәм һигеҙ капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике табип амбулаторияһы һәм бер дауахана төҙөлдө.
- 2025 йылға туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөү һәм капиталь ремонтлау, шулай уҡ 4,6 мең берәмек медицина техникаһы һатып алыу планлаштырылған, - тип билдәләне Елена Ғәлимуллина.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башлаған Өфө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу төбәк программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында төбәк етәксеһе 5-се ҡала балалар поликлиникаһы филиалында булды. Медицина учреждениеһы бинаһы программа буйынса тәүгеләрҙән булып яңыртылды. Ә 2025 йылға Өфөлә 10 баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау объектын ремонтлау планлаштырылған.
Эш йүнәлештәре иҫәбендә халыҡҡа диспансеризация үткәреү ҙә бар. 2024 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса уны 1,8 миллионға яҡын кеше үткән. Был эшмәкәрлеккә «Сәләмәтлек поездары» мобиль комплекстары ҙур өлөш индерә, улар төбәктең ауыл биләмәләренә бара һәм республика предприятиеларында үткәрелгән «Сәнәғәт диспансерлаштырыуы» проекты сиктәрендә профессиональ ҡарауҙар.
Һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә етди иғтибар бирелә. Әйтәйек, төбәктә медицина колледждары филиалдарында урта медицина персоналын әҙерләү системаһы үҫтерелә. Улар Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүт ауылында асылды. Ә 2025 йылда Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалын асыу күҙаллана.
Ултырышта урта махсус уҡыу йорттарының белем биреү программаларын киңәйтеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Һүҙ “Юғарыға ос” республика программаһы сиктәрендә асылған мәктәп стоматология кабинеттары өсөн «Стоматология эше» белгеслеге буйынса табиптар әҙерләү хаҡында бара.
Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу тураһында һөйләне. Ошоноң арҡаһында төбәктә ошо төркөм ауырыуҙарҙан үлем осраҡтарының тотороҡло кәмеү тенденцияһы күҙәтелә.
Медицина учреждениеһы етәксеһе һүҙҙәренсә, Республика кардиология үҙәгенең 2025 йылға планлаштырылған яңы хирургия корпусын асыу халыҡҡа профилле медицина ярҙамын күрһәтеү һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә мөһим аҙым буласаҡ. Был проект сиктәрендә төҙөлөш-монтажлау эштәре, шулай уҡ техника һәм ҡорамалдар һатып алыу тамамлана - бөтәһе 6 мең самаһы берәмек.
Яҡын арала айырым кәңәшмәлә корпусты төҙөп бөтөү графигы ҡараласаҡ, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Ултырышта Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов онкология сирле пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын камиллаштырыу хаҡында һөйләне.
2019 йылдан Башҡортостанда «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Был - онкология хеҙмәтен реформалауҙың төп ҡоралы.
2019-2021 йылдарҙа күп профилле медицина ойошмаларында 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәген ойошторғандар. Бынан тыш, пациенттарға химия терапияһы алыу мөмкинлеген яҡшыртыу маҡсатында Республика онкология диспансерының 10 филиалы асылды.
Адель Измайлов Стәрлетамаҡта нур терапияһы үҙәген булдырыуҙың, шулай уҡ Республика клиник онкология үҙәгендә заманса хирургия корпусын төҙөүҙең көнүҙәклеген билдәләне. Радий Хәбиров был тәҡдимдәрҙе өйрәнеүен билдәләне.
Ултырыш аҙағында төбәк етәксеһе ҡатнашыусыларға конструктив диалог өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн артабан бындай ултырыштарҙы квартал һайын үткәрәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.