Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Декабрь , 16:00

Байрам көндәрендә табиптар нисек эшләй?

Түбәндәге яҙмала - медицина ойошмаларының Яңы йыл байрамы ваҡытында эшләү графигы.

Байрам көндәрендә табиптар нисек эшләй?
Байрам көндәрендә табиптар нисек эшләй?

Амбулатория-поликлиникалар звеноһы түбәндәгесә эшләй:

29 декабрь – ял,

30, 31 декабрь -  08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән - 16.00 сәғәткә тиклем,

1 ғинуар – ял көнө,

2, 3, 4 ғинуар -  08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән - 16.00 сәғәткә тиклем;

5 ғинуар – ял көнө,

6 ғинуар – - 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән - 16.00 сәғәткә тиклем;

7 ғинуар – ял көнө,

8 ғинуар – 08.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән - 16.00 сәғәткә тиклем.

30, 31 декабрҙә һәм 2,3,4, 6, 8 ғинуарҙа медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыуҙы үтергә була. Ошо уҡ көндәрҙә ҡатын-ҡыҙ консультациялары эшләй. Барлыҡ йөклө ҡатындар УЗИ-скрининг үтә ала. Сабыйҙарҙың неонаталь скринингы 30 декабрҙә, 2, 3, 4,6, 8 ғинуарҙа үткәрелә.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: