Тәбиғәт миҙгелдәре тураһында халыҡ әйтемдәре, мәҡәлдәр һәм һынамыштар ифрат күп. Мәҫәлән, ”Ҡояш ҡолаҡланһа, көн һалҡыная”, “Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа, һалҡын булыр”, “Бесәй моронон ҡаплап ятһа – һыуыҡҡа” һәм башҡалар. Ҡыш булғас, һыуыҡтар булыр инде, тик уны нисек өшөмәй-туңмай, сәләмәтлеккә зарар килтермәй үткәрергә? Ҡыш бауыры беҙҙә оҙон инде ул, шуға күрә табиптарҙың кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалайыҡ, ярҙамы тейеүе ихтимал.
Организмдың дөйөм өшөүе менән бер рәттән, түбән температура, һауаның үтә дымлылығы, әсе ел тәндең төрлө өлөштәрен туңдырыуы ихтимал. Туңыу тигәндә һыуыҡ тәьҫире аҫтында туҡымаларҙың елһенеүен йәки үле хәлгә килеүен (некроз) атайҙар. Йышыраҡ тәндең асыҡ урындары –ҡул суҡтары, бит, муйын, аяҡтар туңа. Еүеш, дымлы өҫ һәм аяҡ кейемдәре, насар туҡланыу, ҡайнар аш булмауы, йылыныу мөмкинлеге юҡлығы, талсығыу, ҡан юғалтыу туңыу ихтималлығын көсәйтә.
Тән туңыуын дүрт стадияға бүлеп йөрөтәләр. 1-се дәрәжәһенә тиренең ағарыуы һәм ҡыҙарыуы, зарарланған урындың шешенеүе, ҡабарып тороуы, ауыртыуы һәм яндырып әрнетеүе, һыулы ҡыуыҡсалар барлыҡҡа килеүен индерергә мөмкин.
Икенсе стадияла ҡан әйләнеше боҙола, зарарланған тән өлөштәре күгәрә һәм шешенә, үтә күренмәле шыйыҡлыҡ менән тулған ҡыуыҡсалар арта.
Туңыуҙың 3-сө һәм 4-се дәрәжәһендә тирелә, мускулдарҙа, тарамыштарҙа, быуындарҙа некроз башлана, тире температураһы түбәнәйә һәм тән һиҙеүсәнлеген юғалта. Зыян күргән тән урындары ҡатламлана, эренләй.
Туңыуҙы иҫкәртеү өсөн төп сараларҙы иҫтә тотоғоҙ.
Һыуыҡ осорҙа өҫ һәм аяҡ кейемдәрен дөрөҫ һайлағыҙ, яҡшы туҡланығыҙ. Әүҙем хәрәкәтләнегеҙ. Тәндең асыҡ урындарын контролдә тотоғоҙ һәм туңыуҙың башланыу ваҡытын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Йылы итеп кейенергә ғәҙәтләнегеҙ, күп ҡатлы кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Тығыҙ кейемдең өшөтөүен, туңдырыуын иҫтә тотоғоҙ. Һыуыҡ осорҙа йылы аяҡ кейеменә ҙур иғтибар бирегеҙ. Аяҡ кейемен ғәҙәттәгенән бер-ике үлсәмгә ҙурыраҡ алғанда аяҡтарҙа ҡан әйләнеше һәйбәт йөрөйәсәк һәм туңыуҙан һаҡлаясаҡ. Йөн ойоҡбаштар, ҡатлы бейәләй һәм бирсәткәләр һыуыҡтан һеҙҙе ышаныслы яҡлаясаҡ.
Һыуыҡта туңған кешегә нисек ярҙам итергә
Тәүге ярҙам кешене йылы урынға күсереүгә, аяҡ-ҡулдарҙы йылытыуға, инфекция башланыуын иҫкәртеү өсөн һыуыҡ зарарлаған туҡымаларҙа ҡан әйләнешен тергеҙеүгә ҡайтып ҡала. Йылы бинаға индереү менән кешенең туңған аяҡ кейемен, ойоҡбаш һәм бирсәткәләрен систерегеҙ. Тәндең туңған өлөштәрен ҡыҙарғансы йылы ҡулдар, тын ярҙамында йылытырға, аҙаҡ мамыҡ-марля бәйләүесен һалырға кәрәк. Ҡайнар эсемлек һәм аш бирегеҙ. Тәүге ярҙамды күрһәтеү менән бергә ашығыс рәүештә медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу мотлаҡ. Зарар күргән тирене ҡар менән ыуыу, төрлө майҙар һөртөү, ныҡ итеп йылытыу ҡәтғи тыйыла.