Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән 5-се ҡала клиник дауаханаһының 3-сө поликлиника бүлексәһенең терапия бүлексәһе филиалында һәм 2-се балалар поликлиникаһының педиатрия бүлексәһендә булды. Улар Кузнецов Затоны биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә тәүге ҡатта урынлашҡан.
Медицина учреждениелары Яңы йыл алдынан пациенттарҙы ҡабул итә башлаған. Уларҙы асыу төбәк етәксеһе башланғысы менән ҡабул ителгән баш ҡала поликлиникаларын яңыртыу программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Өлкәндәр поликлиникаһы бүлексәһендә республика етәксеһе процедура һәм прививка бүләмәләрен ҡараны, ультратауыш тикшереүҙәре һәм функциональ диагностика, терапевт кабинеттарында булды. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аңлатыуынса, ике подразделение ла бер үк “Доктор йортта” программаһына ингән.
Яңы торлаҡ комплекстары төҙөгәндә педиатр һәм терапевт кабинеттары өсөн урын планлаштырғандар. Был мөһим мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итергә ярҙам итә. 5-се ҡала дауаханаһының баш табибы Салауат Өмөтбаев әйтеүенсә, бүлексә һигеҙ меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, өс терапевт участкаһы булдырылған.
2-се балалар поликлиникаһы бүлексәһендә Радий Хәбиров табиптар һәм пациенттар менән әңгәмәләште. Республика етәксеһе биҫтәлә ҙур мәктәп төҙөйәсәктәрен белдерҙе. Поликлиниканың баш табибы Эльвира Бикмәтова әйтеүенсә, медицина учреждениеһы Киров районында йәшәгән 40 меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерә. Ә Кузнецов Затонындағы яңы бүлексә дүрт меңдән ашыу баланың сәләмәтлеген күҙәтә.
– Бынан бер нисә йыл элек был районда булғанда халыҡ поликлиникаларҙың етешмәү мәсьәләһен күтәрҙе. Өфөлә тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы башҡарабыҙ был эште, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – 2030 йылға тиклем ҡала поликлиникаларын яңыртыуға һигеҙ миллиард һум һаласаҡбыҙ.