Эс күбеүҙән һәм дискомфорттан ҡотолоу өсөн бик ябай рецепт бар, тип яҙа FB.ru сайты. Һуғандың тышынан түгел, үҙенән әҙерләнгән сәй бер нисә минут эсендә күңелһеҙ билдәләрҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк. Ул ауыртыуҙы баҫа, эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
Эсемлек былай әҙерләнә: ярты бокал сифатлы ҡара сәй бешерергә. Шунан һауытҡа һыймалы бәләкәйерәк һуғанбашты таҙартып, арҡырыға-буй киҫергә кәрәк, әммә үтәнән-үтә түгел. Ул таралып китмәҫкә тейеш.
Һуғанды эҫе, яңы бешкән ҡара сәйгә төшөрөп, 10 минутҡа ҡалдыраһың. Шунан һуң эсемлекте эсергә мөмкин. 20-30 минуттан хәлегеҙ еңеләйгәнен тойорһоғоҙ.
Сәләмәт булығыҙ!
Автор фотоһы.