Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Ғинуар , 15:30

Шәкәрҙән баш тартһағыҙ...

Организмығыҙҙа тәүге үҙгәрештәрҙе туғыҙ-ун көндән үк һиҙерһегеҙ!

Шәкәрҙән баш тартһағыҙ...
Шәкәрҙән баш тартһағыҙ...

Шәкәр иң популяр продукттарҙың береһе булып тора һәм уны күптәр ярата. Шул уҡ ваҡытта уның һаулыҡҡа ҙур зыяны ла бар. Елена Малышева әйтеүенсә, табиптар МРТ ярҙамында тикшереү үткәргән һәм шәкәр ҡулланған ваҡытта мейелә ләззәт гормондары әүҙемләшкәне билдәле булған. Ул иһә, үҙ сиратында, шунда уҡ күнегеү барлыҡҡа килтерә икән.

“Беҙ шәкәрҙе ныҡ күп ашайбыҙ. Тик, үкенескә ҡаршы, был яҡшыға килтермәй. Тәү сиратта ул күреү һәләтен юҡ итә, инфаркт һәм инсульттарҙың төп сәбәбе булып тора”, – тип аңлатты Елена Малышева.  

Табиптар фекеренсә, иң тәүҙә “ҡушылған” шәкәрҙән баш тартыу мөһим. “Торттар, шәрбәтле эсемлектәр, ҡайнатма, туңдырма, кәнфит кеүек тәм-томда беҙ шәкәр барлығын бик яҡшы беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер аҙыҡтарҙа “йәшерен” шәкәр бар. Мәҫәлән, кетчупта. Унда шәкәрҙең ниндәй кимәлдә икәнен бер кем дә белмәй”, – тип билдәләй офтальмолог Михаил Коновалов.  

Медицина хеҙмәткәрҙәре төрлө аҙыҡтарға ҡушылған шәкәрҙең кимәлен һанап, тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә 100 грамм кетчупта ете, төрлө тәмлекәстәр ҡушылған йогуртта биш, консервалағы йәшел борсаҡта дүрт сәй ҡалағы шәкәр барлығы иҫбатланған!

“Ҡушылған шәкәрҙе ҡулланмау – ошондай продукттарҙан баш тартыу тигән һүҙ. Ә бына, мәҫәлән, емеш-еләктәрҙе рационда ҡалдырырға мөмкин, сөнки уларҙа шәкәр тәбиғи”, – тип аңлата Елена Малышева.

Шәкәрҙән баш тартһағыҙ, тәүге үҙгәрештәр туғыҙ көндән уҡ беленәсәк. “Тәү сиратта, һеҙҙә һәр ваҡыт нимәлер ашарға теләү тойғоһо юғалыр. Әлбиттә, ҡан баҫымығыҙ һәм глюкоза кимәле  кәмер. Бер килограмм тирәһе кәүҙә ауырлығығыҙҙы юғалтырһығыҙ. Һәм иң ҡыҙығы – ябай ашамлыҡтар һеҙгә шәрбәтлерәк тойола башлар”, – тип аңлатты кардиолог  Герман Гандельман.

Күптәр йәш сағында шәкәрҙе күп ҡуллана, әммә бының ҡурҡынысы юҡ, ти медицина белгестәре. Йәш кешеләр күберәк хәрәкәт итә һәм улар шәкәрҙе шунда уҡ “яндырып” бөтөрә. Олоғая килә хәл үҙгәрә төшә, шуға күрә шәкәрҙе ҡулланыуҙы ярайһы уҡ кәметеү мөһим.

Ошо насар ғәҙәттән баш тартҡандан һуң, төп һөҙөмтә алты айҙан һуң беленер. Организмығыҙҙа һиҙелерлек үҙгәрештәр барлыҡҡа килер. Уртаса ете килограмм кәүҙә ауырлығын юғалтырһығыҙ, билегеҙ алты сантиметрға тиклем нескәрер. Ҡан баҫымығыҙ рәткә килер, был, үҙ сиратында, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефен кәметер.

Сәләмәт булайыҡ!

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: