Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Ғинуар , 19:30

Министр пациенттарҙы ҡабул итте

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Кушнаренколағы поликлиникала пациенттарҙы ҡабул итте.

Министр пациенттарҙы ҡабул итте
Министр пациенттарҙы ҡабул итте

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Кушнаренколағы поликлиникала пациенттарҙы ҡабул итте. Урында йәшәүселәр министрҙан табип-невролог булараҡ кәңәштәр алды. Министрлыҡ етәксеһенә инсульттан, юл-транспорт фажиғәһенә тарығандан һуң килеүселәр бар ине, тағы неврология сирҙәре менән мөрәжәғәт итеүселәр булды, тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Айрат Рәзиф улына медицина ярҙамын һорап килеүселәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм унда яраланыусы ла бар ине. Министр дауаланыу тураһында кәңәштәрен әйтте һәм хәрби госпиталгә реабилитацияланыуға йүнәлтмә бирҙе. Тағы ике пациент – кардиология үҙәгенә һәм бер ҡатын Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына дауаланыуға йүнәлтелде.

- Яңы йыл байрамдарында тағы бер нисә сығып ҡабул итеү планлаштырылған. Өҫтәүенә, урынбаҫарҙарым көн һайын тикшереү менәән сыға һәм улар барлыҡ медицина округтиарында буласаҡ, - тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Сығанаҡ, фотолар: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Министр пациенттарҙы ҡабул итте
Министр пациенттарҙы ҡабул итте
Министр пациенттарҙы ҡабул итте
Министр пациенттарҙы ҡабул итте
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: