Һолоноң организмға файҙаһын ата-бабаларыбыҙ ҙа яҡшы белгән һәм уны үҙ рационында даими ҡулланған. Был рецепттар ҙа борондан һыналған.
Беренсе рецепт. Бер стакан һолоно таҙартып йыуырға һәм термосҡа һалып, бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Һөҙөп алғас, ашар алдынан эсергә. Төнәтмә тиҙ әсеп бара, шуға күрә көнөнөкөн көн дә эсеп бөтөргә кәңәш ителә.
Икенсе рецепт. Бер аш ҡалағы бөтәү һолоноң өҫтөнә төнгөлөккә ярты литр таҙа һыу ҡойоп ҡалдырырға. Әгәр ҡан баҫымы юғары булһа, бер аш ҡалағы арпа ярмаһы өҫтәргә мөмкин. Иртәнсәк ошо ҡатнашманы ике минут ҡайнатып, ҡапҡасын ябып, тағы биш минут самаһы быҡтырырға. Уттан алып 10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ һәм һөҙөп, әлеге һыуҙы көн дауамында ашар алдынан эсегеҙ. Ун көн эскәндән һуң шул сама ял итергә.
Һөҙөмтәлә холестерин нормаға килә, биттең төҫө үҙгәрә, организмдан тоҙҙар, шлактар сығарыла. Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй.
Фото: nvkz-tub.ru