Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Ғинуар , 16:00

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, тиһәләр ҙә...

Көндәлек бөтмәҫ тормош мәшәҡәттәренән арынып, тәҡдим иткән кәңәштәребеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ әле

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, тиһәләр ҙә...
Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, тиһәләр ҙә...

Ваҡыт тәгәрмәсе туҡтамай алға ашығып тәгәрәй, көндән-көн үҙ мәшәҡәттәрен өҫтәй. Иртә таң менән йоҡоһонан уянған ҡатын ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күрергә, ҡыҙын йәки улын балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә оҙатырға, уларҙың сәләмәтлеген хәстәрләргә, киләсәге хаҡында уйланырға, шул уҡ ваҡытта эш урынында яҡшы хеҙмәткәр булырға һәм башҡа бихисап ғәмәлдәрҙе атҡарып сығырға тейеш. Ошо тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр араһында ул сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреп өлгөрөргә мәжбүр. Был иң төп әүмәттәрҙең береһе булырға тейеш, ти заман психологтары, табиптары. Ә бит үҙен яратҡан, үҙенең ҡәҙерен белгән гүзәл зат бер ваҡытта ла көсөн теләһә ниндәй бәхәс-низағтарға сарыфламай, сөнки уға нимәлер иҫбатларға кәрәкмәй. Көндәлек бөтмәҫ тормош мәшәҡәттәренән арынып, тәҡдим иткән кәңәштәребеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ әле.

Алтын ҡағиҙәләр:

  1. Көн һайын 1,5 – 2 литр эсемлек ҡулланырға ғәҙәтләнегеҙ. Ул, нигеҙҙә, ҡәҙимге һыу булһын. Был осраҡта эске ағзаларҙың дөрөҫ эшләүенә булышлыҡ итерһегеҙ. Белгестәр тағы түбәндәге ҡағиҙәне кәңәш итә: 31 һанын үҙегеҙҙең тән ауырлығына ҡабатлағыҙ. Мәҫәлән, 60 килограмм тартаһығыҙ икән, һеҙгә көн һайын кәмендә 1860 миллилитр һыу эсергә кәрәк.
  2. Тән ауырлығын даими контролдә тотоғоҙ. Ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн һимеҙлек тә, артыҡ ябыҡлыҡ та хәүеф янай. Бына ошоно хәтерҙә тотоп, туҡланыу рационын төрләндереү, ваҡытында ашау тураһында хәстәрлек күрегеҙ.

Диетологтар түбәндәге ябай ҡағиҙәне тәҡдим итә. Шулай итеп, кендек кимәлендә ҡорһаҡ әйләнәһен үлсәгеҙ. Күрһәткес һеҙҙең буй үлсәмегеҙҙең яртыһынан аҙыраҡ тәшкил итергә тейеш. Мәҫәлән, буйығыҙ 170 сантиметр икән, билегеҙ 85 сантиметрҙан ашмаһын. Артыҡ килограмдарҙы ташлау йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, шәкәр диабетын иҫкәртеп кенә ҡалмай, кешегә үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәй.

Әйткәндәй, иртән ашамаған кеше артыҡ килограмдарҙы тиҙ йыя икән. Иртәнсәк, мәҫәлән, берәй бутҡа, йөҙөм кеүек емеш-еләк ашарға мөмкин. Көн дауамында бер нисә тапҡыр сәтләүек ашарға ла кәңәш итә табиптар. Уларҙың составында мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаусы омега-3 матдәләре бар.

  1. Дөрөҫ туҡланыу – һаулыҡ һәм матурлыҡ нигеҙе. Тиҙ әҙерләнгән, ҡыҙҙырылған, ыҫланған, консерваланған аҙыҡ-түлектең файҙаһыҙ икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ. Улай ғына ла түгел, ниндәйҙер кимәлдә организмға зыянлы. Улар урынына йәшелсә, еләк-емеш, төрлө ярмалар, ҡуҙаҡлылар, сәтләүектәр, балыҡ, диетик ит ҡулланыу күпкә яҡшыраҡ булыр.
    Спиртлы эсемлек ҡулланыу, тәмәке тартыу, ғөмүмән, һаулыҡҡа зыян килтерә торған яман ғәҙәттәр менән дуҫ булмаҫҡа кәрәк.
  2. Физик әүҙемлек мөһим. Был бигерәк тә хеҙмәте көндөң күп өлөшөн ултырып үткәреүгә бәйле гүзәл зат вәкилдәренә кәрәк. Күнекмәләр, саф һауала йөрөү тураһында оноторға ярамай. Был тотош организм, шул иҫәптән эндокрин системаһы өсөн файҙалы. Эштән бер аҙға ғына булһа ла арынып, физик күнекмәләр эшләүҙе матур ғәҙәт итеп алыу бары яҡшыға ғына.
  3. Шәхси гигиена ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ. Әсәйҙәр ҡыҙҙарына был хаҡта бәләкәй саҡтан аңлатырға тейеш. Беҙ һәр ваҡыт төрлө микроорганизмдар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ, үҙ микрофлорабыҙ бар. Әгәр ҙә ошо биләмәгә башҡа микроорганизмдар эләкһә, улар үҙ-ара “бәхәс”кә инеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә кешенең тәнендә төрлө һытҡылар сыға, елһенеү барлыҡҡа килә, күпкә етди ауырыуҙар хасил булыуы ла ихтимал. Ә был беҙгә кәрәкмәй.
  4. Нервылар системаһын һаҡлағыҙ, кәмендә ете-һигеҙ сәғәт йоҡлағыҙ. Юғиһә был эндокрин системаһында кире сағылыш табыуы, иммунитеттың ҡаҡшауына килтереүе, репродуктив аҡзаларҙың эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһауы бар.

Иң яҡшы дауа – йоҡо. Тыныс йоҡо ғүмерҙе оҙонайта, стресты кәметә, хәтерҙе яҡшырта. Кеше тәүлегенә ете-һигеҙ сәғәттән аҙыраҡ йоҡлай икән, организмында грелин тип аталған гормондар күбәйә, улар ҡан тамырҙарында төйөндәр барлыҡҡа килтереүгә әүәҫ һәм аппетитты күтәрә. Был һимереүгә булышлыҡ итә.

  1. Ниндәй ҙә булһа сир билдәләре күренһә, ваҡытында табипҡа күренегеҙ. Был осраҡта ауырыуҙы тиҙерәк дауаларға тура килер, ваҡыт та, аҡса ла аҙыраҡ сарыф ителер.

Һәр кемгә, ҡатын-ҡыҙға ла, ир-егеттәргә лә тәү сиратта даими медицина күҙәтеүен үтеү мотлаҡ. Гүзәл зат вәкилдәренә иһә гинеколог һәм терапевт тикшереүҙәре һаулыҡтағы проблемаларҙы асыҡлап, сирҙе башланған ваҡытында уҡ бөтөрөргә ярҙам итә.

Аналыҡ муйынтығынан анализ билдәләү, маммография йәки күкрәктәргә ультратауышлы тикшереү үткәреү – бик мөһим процедуралар. Анализдар аша яман шеш башланғыс стадияһында асыҡлана икән, ауырыуҙы еңел генә дауалап була. Даими рәүештә һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе лә күкрәктәрен ҡапшап-ҡарап торһа, ундағы үҙгәрештәрҙе абайлай ала.

Мәҫәлән, маммография – һөт биҙен аҙ ғына дозалағы рентген нуры ярҙамында тикшереү. Һөҙөмтәлә белгестәр шештәрҙе оператив рәүештә асыҡлай һәм тейешле дауаны тәғәйенләй ала. Был тикшереү– һөт биҙҙәре шештәрен иртә стадияла асыҡлауҙың иң таралған ысулы. Ҡатын-ҡыҙҙарға маммографияны тәүге тапҡыр ҡырҡ йәштә үтергә кәрәк, ә аҙаҡ ике йылға бер тапҡыр үтеү яҡшы.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: