Кешенең бауырына 600 йылға көс бирелгән. Әммә күпселек уны 60 йылда бөтөрә. Бауырҙы таҙартыу ҡанды ла таҙарта. Шәп ысулдарҙың береһе – йөҙөм.
150 г йөҙөмдө яҡшылап йыуығыҙ. Уның өҫтөнә ике стакан һыу ҡойоп, 20 минут талғын утта ҡайнатығыҙ. Ул төнө буйы төнәргә тейеш. Шуға кискеһен эшләгеҙ. Иртәнсәк һөҙөп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ. Йөҙөмдәрен бутҡаға һалып, йәки үҙен генә ашағыҙ. Файҙаға ғына булыр.
Төнәтмәне эсә башлағандан һуң бер нисә көндән үк көсөгөҙ артып, хәл инеүен тойорһоғоҙ. Ә дүрт айҙан бауыр тулыһынса таҙарыр. Бауырҙы таҙартҡан мәлдә йәшелсәгә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Һау-сәләмәт булайыҡ!
Сығанаҡ: “Башдонъя” төркөмө.
Фото: 100ing.ru