Ҡытайҙа йәнә яңы вирус "баш ҡалҡытҡан". Нигеҙҙә 14 йәшкә тиклем балалар ауырый, вирус бик тиҙ тарала. Сир бигерәк тә Ҡытайҙың төньяҡ провинцияларында киң таралған. Сабыйҙарға, оло йәштәгеләргә бик ҡурҡыныс.
Метапневмовирустың билдәләре: тымау, температура күтәрелеү, тын алыуы ауырайыу. Беҙ өйрәнгән ОРЗ, ОРВИ сирҙәренә оҡшаш. Был вирусҡа тәғәйен генә дарыу юҡ, үрҙә һаналған билдәләрҙе бөтөрөүсе препараттар менән дауалайҙар.
Шулай уҡ был сирҙең еңел үтеүен билдәләйҙәр, әммә һәр беребеҙгә һаҡланыу сараларын күреү ҡамасауламаҫ.
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"