Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Ғинуар , 20:00

Аяҡтарымдың һыҙлауынан ҡотолдом

Бер нисә йыл элек төнөн аяҡтар һыҙлап ыҙалата башланы. Ҡайһы берҙә мин уларҙы ҡайҙа тығырға, нимә эшләтергә белмәй инем. Һөҙөмтәлә – йоҡоһоҙ төн, арыу һәм ярһыу. Эҙләнә торғас, аяҡтарым өсөн дауа таптым.

Аяҡтарымдың һыҙлауынан ҡотолдом
Аяҡтарымдың һыҙлауынан ҡотолдом

"Бер нисә йыл элек төнөн аяҡтар һыҙлап ыҙалата башланы. Ҡайһы берҙә мин уларҙы ҡайҙа тығырға, нимә эшләтергә белмәй инем. Һөҙөмтәлә – йоҡоһоҙ төн, арыу һәм ярһыу. Ә бит аяҡтар – беҙҙең организмдың төп терәге. Эҙләнә торғас, аяҡтарым өсөн дауа таптым.

Тасҡа йәки биҙрәгә ике литр самаһы йылы һыу ҡойоп, кер һабыны һалып, һыу һөт кеүек ап-аҡ булғансы иҙегеҙ (хуш еҫле һабындар ярамай). Ошо ҡатнашмаға бер ус аш содаһы һәм диңгеҙ тоҙо өҫтәгеҙ һәм яҡшы итеп болғатығыҙ. Артабан сәйнүктән аяҡтарығыҙ түҙә алған тиклем эҫе һыу өҫтәгеҙ һәм ун тамсы йод тамыҙығыҙ һәм 15 минут ултырығыҙ. Артығы ярамай, юғиһә, кире процесс башланасаҡ.

Аяҡтарҙы таҫтамал менән ҡоротоп, крем йәки мазь (зәйтүн майы ла мөмкин) һөртөгөҙ, табандарға массаж яһап, йөн ойоҡбаш кейеп йоҡларға ятығыҙ. Әҙер ҡатнашманы өс тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Һәр осраҡта йылытырға һәм тағы ла ун тамсы йод өҫтәргә кәрәк. Өс тапҡырҙан һуң яңы ҡатнашма әҙерләргә. 10-12 көн эшләгәндән һуң тәнәфес яһағыҙ, кәрәк тип тапһағыҙ, ҡабатларға мөмкин.

Иғтибар: кемдең ҡан тамырҙарына (варикоз, тромбофлебит) бәйле проблемалары бар, ҡатнашманы эҫетмәгеҙ, ә йылымыс итеп итеп эшләгеҙ. Мин беренсе процедуранан һуң уҡ тыныс йоҡланым, ә ун процедуранан һуң аяҡтарымдың нисек ауыртыуын оноттом. Дауалауҙы хәҙер ҡайһы берҙә ҡабатлап алам". 

Ирина.

Редакциянан: мәҡәлә “Семейное здоровье” төркөмөнән тәржемә итеп алынды.

Иҫкәрмә: халыҡ дауалау алымдары менән ҡулланыр алдынан  табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ! Сәләмәт булығыҙ! 

Фото: Pinterest

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: