Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко районына эш сәфәре барышында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән яңы поликлиника менән танышты. Сменаһына 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән медицина учреждениеһын 2024 йылдың декабрь айында астылар.
Яңы поликлиника өлкәндәргә һәм балаларға медицина хеҙмәттәре күрһәтә. Уны йыһазландырыу тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙең заманса стандарттарына яуап бирә. Учреждениела диагностика, вакцинация, функциональ тикшеренеүҙәр кабинеттары эшләй. Эш ауыл халҡы өсөн уңайлы ойошторолған. Сәфәр барышында республика етәксеһе төрлө кабинеттарҙы ҡараны, айырыуса поликлиникала диспансерлаштырыу барышына иғтибарын йүнәлтте.
Фельдшер Рифа Рәжәпова медицина тикшеренеүенең бөтә этаптары тураһында һөйләне. Әңгәмә һөҙөмтәһендә республика етәксеһе медицина хеҙмәткәрен Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса совет улытырышында сығыш яһарға саҡырҙы. Сәфәр аҙағында пациенттар менән осрашыу ойошторолдо.
Журналистар менән әңгәмәләшкәндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы поликлиника тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
–Беренсенән, бында табиптар етерлек, тар белгестәрҙе лә иҫәпкә алып. Йәш белгестәр ҙә эшләй. Икенсенән, диспансерлаштырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был, моғайын, кешеләр тураһындағы хәстәрлектең бер мөһим өлөшөлөр, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Яңы поликлиника бик кәрәк ине, һәм беҙ уны тиҙ төҙөй алдыҡ. Әле тағы алты поликлиника төҙөйбөҙ. Быйыл медицинаның тәүге звеноһын шаҡтай нығытасаҡбыҙ.
Фото: glavarb.ru