Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Ғинуар , 07:00

Оҙон, бәхетле ғүмергә бер аҙым

Сәләмәт тормош алып барыу ниндәйҙер диета тотоу йәки спорт менән даими шөғөлләнеү тигәнде генә аңлатмай

Оҙон, бәхетле ғүмергә бер аҙым
Оҙон, бәхетле ғүмергә бер аҙым

Сәләмәт тормош алып барыу ниндәйҙер диета тотоу йәки спорт менән даими шөғөлләнеү тигәнде аңлатмай. Ул – тотош организмды һауыҡтырыуға йүнәлтелгән йәшәү рәүеше. Бының өсөн, әлбиттә, зыянлы ғәҙәттәр менән “дуҫ булмау”, көн тәртибен һаҡлау, ял итә белеү, физик йәһәттән әүҙем тормош алып барыу зарур. Һөҙөмтәлә кешенең һаулығы нығына һәм яҡшы иммунитет оҙаҡ йылдар тормош мәшәҡәттәренә ҡыуанып йәшәү мөмкинлеген бүләк итә.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һәр йәштә лә кешенең сәләмәтлеге йәшәү рәүешенә бәйле. Тағы тирә-яҡ мөхит, нәҫел, һаулыҡ һаҡлау кимәле һәм кешенең үҙенең алып барған йәшәү рәүеше йоғонто яһай.

Сәләмәт тормош алып барыу һөҙөмтәһендә кешенең иммунитеты нығына, тимәк, төрлө вируслы һәм йоғошло сирҙәр менән ауырыу осраҡтары кәмей. Тағы ғүмер оҙайлылығы күҙәтелә, кәйеф күтәренке була, хатта олоғайғанда ла яратҡан шөғөлөңә ваҡыт бүлеү мөмкинлеге арта.

Шулай итеп, сәләмәт тормош алып барыуға түбәндәгеләр ҙур йоғонто яһай:

  • спорт менән шөғөлләнеү;
  • ваҡытында ял итеү;
  • яҡшы туҡланыу;
  • иммунитетты нығытыу;
  • шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү;
  • зыянлы ғәҙәттәр менән “дуҫ булмау”;
  • яҡшы кәйеф.

Туҡланыуға килгәндә, ул төрлө йәки рационда һөт һәм ит ризыҡтары, йәшелсә, еләк-емеш, балыҡ һәм башҡалар булырға тейеш. Фаст-фуд, тәмлекәстәрҙе, аҡ күмәстәрҙе артыҡ ашау иһә организмға зыян килтерә. Сәләмәтлек ныҡ булһын өсөн, һыуҙы ла күберәк эсергә кәрәк.

Хәрәкәттә – бәрәкәт тип әйткәндәрен йыш ҡына ишетәбеҙ. Көн һайын иртән 20 минут гимнастика яһау, саф һауала йөрөү, ғаилә менән бергә паркка йәки тәбиғәт ҡосағына сығыу ҙа йәшәйешебеҙгә ыңғай йоғонто яһағанлығы хаҡында онотмайыҡ. Бынан тыш, велосипедта, роликта елдәй елдереү, конькиҙа, саңғыла шыуыу, һыбай йөрөү, йүгереү, йәйәү атлау – үҙе сәләмәт  тормош сығанағы.

Тағы тәүлегенә ете-һигеҙ сәғәт йоҡлау ҙа мөһим. Белгестәр бының өсөн киске 22 сәғәттән иртәнге  6 сәғәткә тиклем ваҡытты яҡшы тип билдәләй. Юғиһә йоҡо туймауҙың матдәләр алмашыуының боҙолоуына ғына түгел,  башҡа проблемаларға ла килтереүе ихтимал.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: