Ҡариҙел районы үҙәгендә юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән 13 йәшлек үҫмерҙе аяҡҡа баҫтырыу хәҙер Өфө табиптары яуаплылығында. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авария район үҙәгендә бала ҡар таҙартҡан саҡта булды. Малай юл ситендә көрәген рәтләргә уйлап туҡталған саҡта юғары тиҙлектә елгән водитель уны бәрҙереп китә. Өҫтәүенә туҡталып та тормай, тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай, тип һөйләй ваҡиға шаһиттары.
Бәләгә тарыған үҫмерҙе Өфөләге 17-се балалар дауаханаһына килтергәндәр. Арҡаһы ныҡ бәрелгән, янбашы, бил һөйәге һынған. Әлегә бала һөйәгенә нәҙек энәләр (спица) ҡуйғандар, операцияға әҙерләйҙәр.
Күҙаллауҙар буйынса, рулдә полцейский ултырған. Әле тикшереү эштәре бара, тип хәбәр итә Bash.news. Белгестәр баланың хәлен уртаса дәрәжәләге ауырлыҡта тип билдәләй.
– Бала беҙҙең бүлексәлә дауалана. Операциянан һуң хәл-торошо ыңғай барһа, 10-12 көн беҙҙә ятасаҡ. Яҡын арала операция яһаясаҡбыҙ. Металл конструкциялар ярҙамында бил һөйәген нығытасаҡбыҙ, –ти17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының травматология бүлексәһе мөдире Ирек Шәрипов.
Бәлә аяҡ аҫтында. Водителдәргә ҡышҡы миҙгелдә юлдарҙа айырыуса һаҡ, йыйнаҡ, яуаплы булырға кәңәш итәбеҙ. Үҙегеҙҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуйып, бәлә-ҡазаға тарымағыҙ.
Фото: https://gdkb-17.ru/about/news/4098/