Сәләмәт булайыҡ
14 Ғинуар 2025, 08:30

Өфө хосписы уңышлы эшләй

13 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписында булды.

Өфө хосписы уңышлы эшләйӨфө хосписы уңышлы эшләй
Өфө хосписы уңышлы эшләй

Төбәк етәксеһе тәрбиәләнеүселәрҙе Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. Хосписта булған балалар һәм өлкәндәр өсөн Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында байрам тамашаһы ойошторолдо.

– Һеҙ беҙҙең өсөн барығыҙ ҙа яҡын кешеләр. Ошо көндәрҙә һеҙҙең янығыҙҙа булырға теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Хоспис менән минең тормош иптәшем Каринэ шөғөлләнә. Ул һеҙҙең өсөн тик яҡшыны ғына эшләйәсәген беләм.

“Өфө хосписы” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова учреждение коллективына мохтаждар тураһында хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров хоспис биналарын ҡараны, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре менән аралашты. Баш табип Оксана Кузовкина һөйләүенсә, 2024 йылда хоспис стационарында бер меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 126 бала тейешле дауалау һәм тикшереү үткән. Учреждениеның күсмә хеҙмәттәре патронажы аҫтында Өфөнән һәм Өфө районынан ике меңдән ашыу кеше, шулай уҡ Өфөнән һәм республиканың 11 районынан 130-ға яҡын бала тора. Хоспис хеҙмәткәрҙәре өс мең тапҡырҙан ашыу кешеләрҙең өйҙәренә сыҡҡан.

Башҡортостан Башлығы бер тәрбиәләнеүсенең махсус хәрби операцияла булған иренә видеоэлемтә аша шылтыратып, уңыштар теләне һәм тормош иптәшенә тейешле ярҙам күрһәтеләсәген билдәләне. Төбәк етәксеһе шулай уҡ “Вера” хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фондын ойоштороусы Нюта Федермессер менән бәйләнешкә инде һәм Өфө хосписының уңышлы эшләүе хаҡында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө хосписы 2023 йылдың йәйендә эшләй башланы. Уны Рәсәй Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Был - илдә өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн махсус проектланған берҙән-бер учреждение.

Хоспис базаһында Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө медицина колледжы һәм республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Квалификацияны камиллаштырыу үҙәге студенттарын әҙерләү өсөн паллиатив ярҙам өлкәһендә уҡыу комплексы булдырылды.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас