Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Прокуратураһы һәм “Роспотребнадзор”ойошмаһы республикалағы “Танып” шифаханаһында тикшереү башлаған.
Ял итеүселәр әйтеүенсә, 17 ғинуарҙа бер нисә кеше үҙен насар тойған, уларҙа ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙолоуы һәм ҡоҫоу күренештәре күҙәтелгән. Ауырыуҙарҙың бөтәһе лә табиптар күҙәтеүе аҫтында, организмға эләккән ағыулы матдәләрҙең биологик әүҙемлеген кәметеү һәм зарарлы тәьҫирен юҡ итеү буйынса терапия үткәрелә.
Ауырыу сәбәптәре асыҡлана. Шифахана директоры Кашшаф Ямалетдинов белдереүенсә, ял итеүселәргә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгән.