Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 5157 кеше һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курорт дауаһын алған. Ярҙамдың был төрөн күрһәтеүҙе БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тәьмин итә. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә ведомство башлығы Наталья Полянская хәбәр итте.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифаханала үҙаллы ял итә, дауалау курсын яҡындары менән бүлешә йәки тормош иптәшенә йәки ата-әсәһенә дауаланыу хоҡуғын тапшыра ала, тине ул.
“2025 йыл башынан беҙ махсус хәрби операция яугирҙәренән һәм уларҙың туғандарынан шифахана-курорт дауалауын алыуға 121 ғариза алдыҡ. Улар тиҙҙән был ярҙамды аласаҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Ул шулай уҡ мөһим яңылыҡҡа иғтибар итте, хәҙер иһә МХО-ла булғандар араһынан ял итеүселәр санатор-курорт картаһын алдан түгел, ә урында - шифахананың үҙендә рәсмиләштерә ала.
Наталья Полянскаяның һүҙҙәренә ҡарағанда, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифахананы үҙаллы һайлап, путевканы бронләй ала. Дауаланыуҙың оҙайлығы бер кеше өсөн 14 йәки ике кеше өсөн (бүлешкән осраҡта) ете көн тәшкил итә. Юлламаның хаҡы 60 200 һум тәшкил итә. 2024 йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан йәмғеһе 128 миллион һум бүленгән, был 2023 йылға ҡарағанда 50 миллион һумға күберәк.
Бындай льготалы путевканы шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары юллай ала. Улар бер тапҡыр шифахана-курорт дауаһын алыу хоҡуғы менән файҙалана ала.
Әлеге ваҡытта МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары 15 шифаханала: “Асы”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Янғантау”, “Ҡарағай”, “Красноусол”, “Танып”, “Йоматау”, “Яҡтыкүл” шифаханаларында, “Березки” ял йортонда, “Ҡайынҡай” шифахана-профилакторийында, “Энергетик” дауалау-һауыҡтырыу үҙәгендә, “Йәйғор” шифаханаһында һәм башҡа ерҙәрҙә ял итә ала. Министр әйтеүенсә, иң популяр ял урындары – “Янғантау” һәм “Асы”.
Фото: ooo-sanatoriy.ru