Сәләмәт булайыҡ
23 Ғинуар 2025, 11:00

Табиптарҙың һеҙҙе һауыҡтырыhына ышанмағыҙ

Тормошта беҙҙе тотоп торған бары ике якорь бар: эш һәм ғаилә. Ҡалғандары уларға эйәреп йөрөй...

Табиптарҙың һеҙҙе һауыҡтырыhына ышанмағыҙТабиптарҙың һеҙҙе һауыҡтырыhына ышанмағыҙ
Табиптарҙың һеҙҙе һауыҡтырыhына ышанмағыҙ

Ни өсөн кешеләр ауырый? Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәү мөмкинме? Был хаҡта бөйөк табиптар фекерен дә тыңлайыҡ. Һәр көн һайын беҙ тормошобоҙҙоң ҡотолғоһоҙ аҙағына яҡынлашабыҙ. Әммә ҡартлыҡтан ҡурҡырға ярамай, ул - йәшәүҙең һәр кем осрашасаҡ тәбиғи өлөшө. Бөйөк хирург һәм ғалим Николай Амосов ҡартлыҡты кисектереп тороуҙың алтын ҡағиҙәһен яҡшы белгән. Уның үткер, тапҡыр һүҙҙәре, һәр быуындың күңелендә сағылыш алып, һоҡландыра, тәрән уйға һала. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа шуларҙың бер нисәһе.

  1. Табиптарҙың һеҙҙе һау-сәләмәт итеренә ышанмағыҙ. Уларҙың һеҙҙең ғүмерегеҙҙе ҡотҡара алыуы, хатта сирегеҙҙе дауалауы мөмкин. Тик улар һеҙҙе һауығыу стартына яҡынлаштыра ғына, ә сәләмәт йәшәү өсөн бары үҙегеҙгә ышанығыҙ.
  2. Тормошта бары беҙҙе тотоп торған ике якорь бар: эш һәм ғаилә. Ҡалғандары уларға эйәреп йөрөй. Эш һәм ғаилә кешенең тотороҡлоғо һәм ныҡлығы өсөн ышаныслы нигеҙ, улар теүәл һаҡланған хәлдә башҡа проблемаларҙы, һис шикһеҙ, еңеп була.
  3. Күп сирҙәргә тәбиғәт тә, йәмғиәт тә ғәйепле түгел, бары кеше үҙенең ялҡаулығынан, ҡомһоҙлоғонан һәм аҡылһыҙлығынан ауырый. Бары үҙебеҙ генә сәләмәтлегебеҙ өсөн яуаплы. Артығын ашайбыҙ, борсолабыҙ, нервыларыбыҙҙы ҡуҙғытабыҙ, стресс кисерәбеҙ, тышта йөрөргә ваҡыт тапмайбыҙ, алкоголле һәм газлы эсемлектәрҙән баш тартмайбыҙ, көн һайын организмыбыҙҙы ҙур көсөргәнештә тотабыҙ. Ә ул түҙә һәм үҙен нисек тә тергеҙергә тырыша, тик һәр түҙемлектең дә сиге була...
  4. Хис-тойғоларға бирелеү – йөрәктең дошманы. Хатта һау-сәләмәт кешегә лә ҡағыла. Бөтә ваҡ-төйәк өсөн ҡайғырабыҙ, булмаған проблемаларҙы уйлап сығарабыҙ, һәр кем өсөн борсолабыҙ... Хис-тойғолар кисереше үҙҙәрен һау-сәләмәт иҫәпләгәндәрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары сәләмәтлеге өсөн дә зыянлы.
  5. Табиптар сирҙәрҙе дауалай, ә сәләмәтлекте һәм оҙайлы ғүмерҙе үҙеңә “эшләп табырға” кәрәк. Иртән биш минутлыҡ күнекмәләрҙе башҡарырға онотманығыҙмы әле?
  6. Артыҡ тыныслыҡ зарарлы. Тынлыҡ – ауырыуҙар өсөн генә. Физик көсөргәнеш һәр саҡ файҙалы. Бары психик көсөргәнеш системаһын ныҡлы һаҡлау мөһим. Физик әүҙемлек һәм аҡыл көсөргәнеше араһында сәләмәт тигеҙлек булыуы шарт.
  7. Кешене яңылыш ғәҙелһеҙ рәүештә рәнйетһәгеҙ, ғәфү үтенергә мөмкин. Бының өсөн нимә мөһим? Үҙегеҙҙе кешеләрҙән юғары ҡуймаҫҡа өйрәнегеҙ.
  8. Ҡартлыҡты еңеүҙә уңыштың нигеҙе– тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Әүҙем булығыҙ, йәшәүҙән йәм табығыҙ! Нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, үҙең өсөн яңы, мауыҡтырғыс шөғөлдәр табырға мөмкин, хатта һәләттәрегеҙҙең үҙегеҙҙе таң ҡалдырыуы ла ихтимал.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас