Сәләмәт булайыҡ
23 Января 2025, 10:00

Йоҡо туймау ни өсөн хәүефле?

Йыш һыуыҡ тейҙерәһеңме? Күберәк йоҡларға кәрәк!

Йоҡо туймау ни өсөн хәүефле?Йоҡо туймау ни өсөн хәүефле?
Йоҡо туймау ни өсөн хәүефле?

Йоҡо туймауҙың ваҡытынан алда үлемгә килтереүе мөмкин. Был хаҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко “Сәләмәт йәмғиәт” форумында иғлан итте. Даими йоҡо туймау етди сирҙәр үҫеше һәм ғүмер оҙайлығы ҡыҫҡарыу хәүефен арттыра.

Министр йоҡо етешмәүсәнлеге тәьҫиренең кеше сәләмәтлегенә йоғонтоһо тураһында борсолорлоҡ мәғлүмәттәр килтерҙе. Ул даими рәүештә тәүлегенә алты сәғәттән дә аҙ йоҡлаған кешеләрҙең сәләмәтлектәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын билдәләне. Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, даими йоҡо туймау йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үҫеше менән тығыҙ бәйле. Йоҡоһо туймағандарҙың тейешле кимәлдә йоҡлаған кешеләр менән сағыштырғанда сиргә юлығыу хәүефе 48 процентҡа юғарыраҡ. Өҫтәүенә аҙ йоҡлауҙың когнитив функцияларҙы һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген 40 процентҡа кәметеүе ихтимал.

Табип Елена Мескина әйтеүенсә, йоҡоһоҙлоҡ организмда алмашыу процестарын боҙа һәм иммун системаһын ҡаҡшата, был үҙ сиратында һыуыҡ тейеү сирҙәре хәүефе үҫешенә килтерә.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас