Башҡортостанда туберкулезға ҡаршы өс федераль шифахана – Әлшәй һәм Бәләбәй райондарына – Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡушыла. Был хаҡта юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында хәбәр итте. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ юғары уҡыу йортоноң ҡаҙаныштарын һәм уны артабан модернизациялау юлдарын тикшерҙеләр.
– Беҙ йыл һайын матди базаны үҫтереү проекттарына 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүләбеҙ. 2024 йылда Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Башҡорт дәүләт медицина университеты янындағы Медицина колледжының икенсе уҡыу корпусын астыҡ. Ә быйыл Затондағы кампусты һәм үҙәк кампусты реконструкциялауҙы тамамларға планлаштырабыҙ, - тине Валентин Павлов.
Һуңғы биш йылда юғары уҡыу йорто ҙур уңыштарға өлгәште - студенттар һаны 15 меңдән ашты, шул иҫәптән 5 меңе - сит ил граждандары. Шул рәүешле БДМУ уҡыусылар һаны буйынса илдең медицина университеттары араһында икенсе урын алды.
Ректор билдәләүенсә, университет белем биреү һәм дауалау проекттарын үҫтереүен дауам итә. Мәҫәлән, БДМУ клиникаһында хирургик операциялар өсөн роботлаштырылған системалар эшләй, ә Тактик медицина үҙәге студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы экстремаль шарттарҙа ярҙам күрһәтергә өйрәтә.
2025 йылда университет Трансляция медицинаһы институтын булдырыуға тотонорға һәм биомедицина продукцияһы етештереүҙе үҫтерергә планлаштыра.
Башҡортостан Башлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты етәкселегенә юғары уҡыу йортон үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының туберкулезға ҡаршы шифаханаларҙы университетҡа ҡушыу тураһында ҡарарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Шифаханалар оҙаҡ ваҡыт айырыуса үҫешһеҙ торҙо. Учреждение ҡушылғандан һуң сифатлы яңы эш кимәленә сығырҙар тип ышанабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.