Сәләмәт булайыҡ
31 Января 2025, 04:00

Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән

Дуҫлыҡ байрамына әүерелгән сарала Федоровка, Әбүбәкер, Бүребай ауылдары, Ивановка, Маҡан, Әбеш, Таналыҡ, Яңы Ергән, Өфө ауыл биләмәләренән 9 команда төрлө мауыҡтырғыс ярыштарҙа ҡатнашып, сәмләнеп ярышты,  рәхәтләнеп күңел асҡан.

Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткәнФедоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән
Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының Федоровка ауылы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында район данын яҡлай. Конкурс сиктәрендә төрлө фәһемле һәм файҙалы саралар даими ойошторола.

Ошо көндәрҙә ауылда «Беҙҙең йәштәр» район патриотик фестивале гөрләп  үткән. Дуҫлыҡ байрамына әүерелгән сарала Федоровка, Әбүбәкер, Бүребай ауылдары, Ивановка, Маҡан, Әбеш, Таналыҡ, Яңы Ергән, Өфө ауыл биләмәләренән 9 команда төрлө мауыҡтырғыс ярыштарҙа ҡатнашып, сәмләнеп ярышты,  рәхәтләнеп күңел асҡан.

Егеттәр һәм ҡыҙҙар сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәгән флешмобта ҡатнашҡандан һуң, ҡыҙыҡлы командалы эстафеталарҙа көс һынашҡан, "яралыны" ташыған, автоматты йыйып һәм һүткән, төрлө хәлдәрҙә беренсе ярҙам күрһәтеүҙә белемдәрен күрһәткән. Әлбиттә, бындай конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашыу үҙ бер мәртәбә - улар йәштәрҙе үҙ-ара аралаштырып, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итеп, һәммәһенә лә яҡшы кәйеф, көс-дәрт өҫтәгән. 

Фестиваль йыр-моң менән дауам итеп, һәр командаларға бүләктәр,  сертификаттар һәм дипломдар тапшырыу менән тамамланған. Иң күп мәрәйҙәр йыйып, Бүребай командаһы еңеү яулаһа, 2-се урынға - Әбүбәкерҙәр лайыҡ булған, ә 3-сө урынды Таналыҡ ауыл биләмәһе егеттәре һәм ҡыҙҙары алған. 

Әйткәндәй, хәҙерге йәштәр тик һоҡланырға ғына ҡала.

Фото һәм текст авторы: Раян Атанбаев

Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән
Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән
Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән
Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән
Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән
Федоровкала патриотик йәштәр фестивале үткән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас