Сәләмәт булайыҡ
4 Февраль 2025, 06:15

Яман шеш – ул кеше өсөн һәр саҡ фажиғә

Шештәрҙе иртә асыҡлағанда 99 процентын уңышлы дауалап була, тип иҫәпләй белгестәр.

Яман шеш – ул кеше өсөн һәр саҡ фажиғәЯман шеш – ул кеше өсөн һәр саҡ фажиғә
Яман шеш – ул кеше өсөн һәр саҡ фажиғә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 3-9 февралдә Онкология сирҙәрен иҫкәртеү аҙналығы үткәреүҙе иғлан итте. Ул 4 февралдә билдәләнгән Бөтә донъя яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш көнөнә арналған.

Яман шеш – ул йөҙҙән ашыу ауырыуҙың дөйөм атамаһы, һәр береһе организмдың теләгән бер ағзаһын зарарлай ала. Төп билдәләрҙең береһе –  күҙәнәктәрҙең аномаль үҫеше, ғәҙәттәге сиктәрҙе уҙып, бик тиҙ үрсеүе. Был процесс метастаз тип атала. Метастаздар яман шештән үлем осраҡтарының төп сәбәбе булып тора.

Яман шеш – ул кеше өсөн һәр саҡ фажиғә, әммә бөгөн уның барлыҡҡа килеү сәбәптәре билдәле һәм өстән бер өлөшөн булдырмаҫҡа мөмкин. Шештәрҙе иртә асыҡлағанда 99 процентын уңышлы дауалап була. Яман шеш – Ер шарындағы үлемгә килтергән төп  сәбәптәрҙең береһе һәм артабан үлем осраҡтары артасаҡ ҡына, тип күҙаллай белгестәр. Иң киң таралғаны – һөт биҙе, үпкә, йыуан эсәк, простата биҙе, тире һәм ашҡаҙан шештәре.

Әлеге ваҡытта донъяла 44 миллион кеше онкология диагнозынан һуң тотороҡло ремиссияла йәшәй. Нур терапияһы сирлеләрҙең 70 процентына тәғәйенләнә. Йыл һайын был сирҙән донъяла 10 миллионға яҡын кеше вафат була.

Даими рәүештә диспансерлаштырыу һәм медицина тикшереүҙәре үтеү онкология сирҙәрен ваҡытында иҫкәртергә ярҙам итә.

Иң яҡшы иҫкәртеү сараһы, һис һүҙһеҙ, сәләмәт тормош менән йәшәү. Тәмәке тартмау, дөрөҫ туҡланыу, тән ауырлығын күҙәтеү, һимереү менән көрәш, даими физик көсөргәнеш, хәрәкәтләнеү бик мөһим, ти табиптар. Онкология сирҙәрен иртә асыҡлау дауалау тәьҫирен, һауығыуға өмөттө арттыра.

Сиргә килтереүсе хәүефтәрҙең күбеһен үҙебеҙ ҙә иҫкәртә алабыҙ. Тәмәке тартыу – онкология сирҙәренә юлыҡтырыусы төп сәбәп, тип иҫәпләй белгестәр. 50 йәштән һуң һәр кем даими рәүештә колоноскопия процедураһын үтергә тейеш. 30 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙың  йыл һайын яман шешкә скрининг үтеүе һәм гинекологҡа күренеүе мөһим.

Бөтә донъя  яман шешкә ҡаршы көрәш көнөн иғлан итеүҙең төп маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын ошо оло проблемаға йәлеп итеү, онкология сирҙәренең ни тиклем киң таралған һәм мәкерле, ауыр сир булыуын иҫкә төшөрөү һәм сирҙән үлем осраҡтарын һиҙелерлек кәметеү.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас