Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль 2025, 08:00

Зифа буйлы булғығыҙ килһә...

Бәләкәй тәрилкә һеҙҙең мейегеҙҙе  “алдаштыра”, аҙыраҡ ашарға ҡуша. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, зәңгәр төҫтәге һауыттар аппетитты түбәнәйтә, имеш...

Зифа буйлы булғығыҙ килһә...Зифа буйлы булғығыҙ килһә...
Зифа буйлы булғығыҙ килһә...

 Табала бешеренеү өсөн зәйтүн майын файҙаланығыҙ. Унда аҡ майҙағыға ҡарағанда килокалория күләме 29 килокалорияға кәмерәк. Әгәр аҙнаһына ун тапҡыр табала ашарға әҙерләйһегеҙ икән... тимәк, аҙнаһына 290 килокалорияны һаҡлайһығыҙ, тип кәңәш итә диетологтар.

Табын әҙерләгәндә бәләкәй тәрилкәләрҙе тотоноғоҙ. Зәңгәр төҫтәгеләре тағы ла һәйбәтерәк. Бәләкәй тәрилкә һеҙҙең мейегеҙҙе  “алдаштыра”, аҙыраҡ ашарға ҡуша. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, зәңгәр төҫтәге һауыттар аппетитты түбәнәйтә. Аҙнаһына 500 килокалорияны һаҡларһығыҙ. 

Ашау алдынан бер стакан һыу эсегеҙ. Был һеҙгә аҙыраҡ ашарға ярҙам итер. Өҫтәүенә көн дауамында һыу эскеләү калорияларҙы туғыҙ процентҡа кәметә. Аҙнаһына был уртаса 1358 ккалория тигән һүҙ.

Соустар урынына төрлө тәмләткестәр ҡулланыу файҙалыраҡ. Соустарҙа меңәрләгән калория тупланған, ә бер ҡалаҡ тәмләткестәрҙә – юҡ. Өҫтәүенә әсе , үткер тәмләткестәр һәм борос организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Аҙнаһына 500 килокалорияға кәмерәк ашаясаҡһығыҙ.

Саф һауала йөрөгөҙ. Көнөнә 10 мең аҙым атлаһағыҙ, бик шәп! Аҙнаһына 3500 килокалорияны яндыра аласаҡһығыҙ.

Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәге директоры билдәләүенсә, ябығырға теләгән һәр кем  ҡулланылған калориялар күләмен контролләй ала.  Бының өсөн аҡһым, майҙар, углеводтар ҡулланыуҙың шәхси нормаһын иҫәпләргә кәрәк. Калорияларҙың берҙәм нормаһы юҡ. Көндөҙгө норма кешенең енесенә,  йәшенә, буй оҙонлоғона һәм әүҙемлегенә бәйле.

Валерий Шахов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас