Сәләмәт булайыҡ
7 Февраль 2025, 19:10

Иртәбеҙҙе тары ҡоймағы ҡойоп башлайыҡ!

Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы тәмле ризыҡтар менән ҡыуандырығыҙ.

Иртәбеҙҙе тары ҡоймағы ҡойоп башлайыҡ!Иртәбеҙҙе тары ҡоймағы ҡойоп башлайыҡ!
Иртәбеҙҙе тары ҡоймағы ҡойоп башлайыҡ!

Бер стакан тары ярмаһына өс стакан һыу ҡойоп, иҙелеп кенә торған бутҡа бешерергә.

Ярты стакан һөткә шәкәр, сүпрә, он һалып, 30 минут әсетергә лә, бутҡаға ошо массаны, өс йомортҡаны, ярты стакан һөт, ике стакан он, тоҙ ҡушып, тағы ҡабартып алырға.

Ике сәғәттән ҡоймаҡты бешерергә лә була.

Сәйегеҙ - тәмле, ялығыҙ файҙалы үтһен!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас