Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Февраль , 00:30

Битте шымартыу буйынса ябай ғына саралар

Картуф крахмалы менән битлекте даими ҡулланғанда бит тиреһе йәшәреп, сафланып китә. Һеҙҙең иғтибарға өс төрлө рецепт, оҡшағанын һайлап алығыҙ.

Битте шымартыу буйынса ябай ғына саралар
Битте шымартыу буйынса ябай ғына саралар

Ял көнөндә үҙебеҙҙе ҡарап алайыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар! Һәр кемдең ҡулынан килерлек рецепттар.

Картуф крахмалы менән битлекте даими ҡулланғанда бит тиреһе йәшәреп, сафланып китә. Һеҙҙең иғтибарға өс төрлө рецепт, оҡшағанын һайлап алығыҙ.

  1. Кәрәк: бер ҡалаҡ крахмал, берәр балғалаҡ тоҙ һәм бал, әҙ генә йылы һөт.

        Ҡулланыу: барлыҡ ингредиенттарҙы бергә бутайбыҙ, иң аҙаҡтан һөттө ҡушабыҙ. Ҡуйыраҡ масса килеп сығырға тейеш. Уны таҙа биткә һылап 30 минут тотҡас,               йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

  1. Кәрәк: бер ҡалаҡ крахмал, берәр балғалаҡ тоҙ һәм цикорий, әҙ генә һөт. Шулай уҡ әҙерләнә һәм ҡулланыла.

    3. Кәрәк: бер ҡалаҡ крахмал, әҙерәк ҡайнаған һыу, бер йомотҡаның ағы, ярты балғалаҡ лимон һуты.

         Ҡулланыу: крахмалды һыу менән бутайбыҙ, шунан йомортҡаның ағын, лимон һуты ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Таҙа биткә яғып 40 минут тотабыҙ. Уны йылы             һыуҙа сылатылған мамыҡ тампон менән һөртөп алабыҙ.

Фото: Рузилә Ҡолөмбәтова.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: