Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 10-16 февралдә Йөрәк сирҙәре тураһында белемгә эйә булыу аҙнаһын үткәреү тураһында иғлан итте.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш тәүге медик- санитар ярҙам системаһы менән берлектә ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа төп резерв булып тора. Йөрәк – организмдың мөһим ағзаһы. Уны йәштән һаҡлау мөһим. Был системаның торошона кешенең сәләмәтлеге һәм ғүмер оҙайлығы бәйләнгән. Аҙнаһына физик әүҙемлек кәм тигәндә 150 минут тәшкил итергә тейеш. Дөрөҫ туҡланыу, ҡан баҫымын һәм йөрәк ритмын контролләү, липид профилен белеү мөһим. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ҡан баҫымын үлсәп тороу ғүмерҙе һаҡларға ярҙам итер. Диспансерлаштырыуҙы һәм медицина тикшереүҙәрен даими үтеп тороғоҙ.Сәләмәт тормош алып барығыҙ, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ. Тәмәке тартыу, һимереү – йөрәкте ҡаҡшатыусы насар ғәҙәттәр.
Илдә бөтә үлем осраҡтарының ҙур өлөшө тап йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарына тура килә. Граждандарҙың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу, сәләмәтлеген, йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотҡан мөһим милли проекттар тармаҡты камиллаштырыуҙа тағы ла бер этәргес булыр тип көтөлә.
Хәҙерге ваҡытта йөрәкте күсереп ултыртыу йөрәк етешмәүсәнлегенең һуңғы стадияһына килеп еткән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙың “алтын стандарты” булып тора. Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә, ә хирургия ярҙамының башҡа ысулдары тәьҫирһеҙ булғанда, тап ошо әмәлиәт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Республикала ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса шарттар тыуҙырылған, тәжрибәле кадрҙар бар, үҙәктең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән. Рәсәй белгестәре күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан инновациялар индерелгән, әүҙем, ижади кешеләр эшләгән, яңы проекттар тормошҡа ашырылған даими үҫешеүсе төбәк. Белгестәр коронавирус инфекцияһының йөрәк-ҡан тамырҙарына емерткес тәьҫире тураһында ла яҡшы белә. Коронавирус инфекцияһы йөрәк сирҙәрен киҫкенләштерҙе, миокард инфаркты, инсульт һәм тромбоз кеүек хәүефле ауырыуҙарға килтерҙе. Белгестәр даими тәжрибә уртаҡлаша, дауалауҙың заманса ысулдары, диспансерлаштырыу һәм алдынғы технологиялар буйынса фекер алыша. Республикала был хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү, үлем осраҡтарын кәметеү, яңы дауалау ысулдарын ҡыйыу үҙләштереү буйынса эш бара. Кардиология үҙәгенең яңы корпусы төҙөлөүе, заманса ҡорамалдар алыныуы һәм төплө кадрҙар менән даими тулыланыуы ауырыуҙарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, йәшәүгә өмөт тыуҙыра.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.