Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2025, 01:00

Ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле

Һау-сәләмәт булып, ҡара-ҡаршы ултырып сөкөрҙәшеп кенә баллап-майлап сәй эсеүҙәргә бер ни етмәй, әлбиттә. Әммә тормошта төрлө хәлдәр булып китә, табипҡа ла барырға тура килә...

Ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерлеҒүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле
Ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле

Бер айҙа ғына ҡабул итеүгә тип яҙылған пациенттарҙың 18 проценты табипҡа килмәгән һәм был хаҡта иҫкәртмәгән.

Шулай ҙа Республика туберкулезға ҡаршы диспансер, Өфөләге 3-сө балалар поликлиникаһы һәм Нефтекама ҡала дауаханаһы пациенттары бик яуаплы икән. Был медицина ойошмаларында алдан яҙылып та табипҡа күренмәгән пациенттар алты процент тәшкил иткән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ниндәй ҙә сәбәп менән алдан яҙылып та табипҡа килә алмаһағыҙ, был хаҡта хәбәр итергә кәрәк. Һөҙөмтәлә һеҙҙең был ғәмәл табиптарға эш ваҡытын һөҙөмтәле планлаштырыу, башҡа пациенттарға медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк.

Бының өсөн “Табипҡа” төбәк сәләмәтлек порталы аша табипҡа яҙылыуҙан баш тартырға кәрәк:

* ”Минең картотека” һылтанмаһына баҫығыҙ;

*табипҡа яҙылыуҙан баш тартыу тураһындағы “төймә”гә баҫығыҙ;

*был ғәмәлде йәнә раҫлағыҙ.

Бынан тыш, медицина ойошмаһына яҙылыуҙан шәхсән йәки телефон аша баш тартырға  мөмкин.

Тормошта төрлө көтөлмәгән хәлдәрҙең булыуы мөмкин, әммә медицина ойошмаһына барыу-бармауға яуаплы ҡарарға кәрәк, сөнки һаулыҡҡа бәйле хәл-ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле.

Г. Бүләкбаева фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас