Сибай медицина колледжы Президент гранттары конкурсында еңеү яуланы. “Тормош импульсы” проектын тормошҡа ашырыуға уҡытыусылар һәм студенттар 870 мең һумдан ашыу аҡса алды.
“Тормош импульсы” белем биреү программаһы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән әүҙем кешеләргә һәм өлкән граждандарға тәүге ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен, тәрбиәләү нигеҙҙәрен үҙләштереүҙә , шулай уҡ классик массаж эшләүҙә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Бындай белемгә эйә булғандар үҙҙәренә лә, яҡындарына ла ярҙам итә аласаҡ. Программаны Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы менән берлектә төҙөнөләр.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 89 төбәгенән 9 883 заявка бирелгән, шуларҙың 1 497-һе еңеүсе тип табылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.