Сәләмәт булайыҡ
16 Февраля 2025, 16:30

Үпкәне нисек һаҡларға?

Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВАның (Низамиева) исемен белмәгән, яҙмаларын уҡымаған кеше күп түгелдер. Халыҡ дауалаусыһы ауырыуҙарҙы шифалы үләндәр, көндәлек күнегеүҙәр ярҙамында еңеү буйынса файҙалы кәңәштәр бирә, быны ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар аша аңлата. Ошо көндәрҙә Зәүхиә апай социаль селтәрендә яңы яҙма менән уртаҡлашты, ул организмыбыҙҙағы иң мөһим органдарҙың береһе – үпкә һәм уны сәләмәтләндереү тураһында. Автор шуныһына ла иғтибарҙы йәлеп итә – үпкәлә тайпылыштар бар икәнен һиҙә башлау менән иң башта табипҡа күренергә һәм тикшереү үтергә лә кәрәк! 

Үпкәне нисек һаҡларға?Үпкәне нисек һаҡларға?
Үпкәне нисек һаҡларға?

Беренсе өлөш

“Тын алғанда – өмөтләнәм”. Был боронғо Рим шағиры Овидий һүҙҙәре. Ысынтылап та, кешенең ғүмере өҙөлгәнме-юҡмы икәнен асҡлағанда, ул тын аламы-юҡмы икәненә иғтибар итәләр. Тын алғанын белгәс, иң беренсе, өмөтләнеп: “Ул тын ала”, – тиҙәр. Иң мөһим тын алыу ағзаһы – үпкә. Үпкә нимә өсөн кәрәк тип уйлайбыҙмы? Ябай ғына һүҙҙәр менән уның иң мөһим функцияларын ҡарайыҡ әле.

  1. Нимә ул үпкә? Үпкә – парлы ҙур орган, тик ауыр түгел. Урыҫса әйтелеше күберәк уға тура килә – легкие. Еңел һәм ул һыуҙа батмай.
  2. Ниндәй функция үтәй? Беҙ тын алабыҙ, ул кислород үпкәгә инә һәм альвеолалар аша (үпкәләге ваҡ ҡына тишектәр) аша ҡанға инә. Шул уҡ ваҡытта ҡандан углекислый газ сыға, уны үпкә тышҡа сығара. Углекислый газдың кәрәк хәтлеме төрлө функцияларҙы эшләтеп тороу өсөн тәнгә китә. Ул булмаһа, кислород гемоглобиндан айырылып туҡымаларға сыға алмай, тағы күп кенә процестар боҙола. Тын алышыбыҙ углекислый газ менән ипкә килтерелеп тора.
  3. Углекислый газ нимә өсөн кәрәк? Нәҡ ул беҙҙең капиллярҙарҙы киңәйтә, ҡан йөрөшө яҡшыра, кислород күбәйә, организм инфекцияларға ҡаршы тора. Хатта төрлө паразиттарҙы, зарарлы бәшмәктәрҙе, зыянлы бактерияларҙы ҡыйрата, тип яҙыла фәнни сығанаҡтарҙа. Ҡандың рН кимәлен яҡшыртып тора. Углекислый газды махсус еҫкәргә кәрәк түгел, беҙ тын алғанда кислород инә, ә кире углекислый газ сыға. Ошо газды ғалимдар тын алыу күнегеүҙәре аша тәндә йыйып, уның файҙаһын арттырырға, ти. Нисек? Ҡан тамырҙары ныҡлы, сифатлы булһын, унда тромбтар барлыҡҡа килмәһен, уның стенкаларына бляшкалар йәбешмәһен һәм башҡа күңелһеҙ күренештәр булмаһын өсөн тын алыу күнегеүҙәре аша углекислый газ йыйылыуын арттырып, тәндең сәләмәтлеген нығытыу мөмкин. Мәҫәлән, йоҡлар алдынан нервыларҙы ла тынысландырыр, төнгөлөккә ҡан тамырҙарын да ҡыҫылып тороуҙан азат итер өсөн Иван Неумывакин, Константин Бутейко тын алыу күнегеүҙәре тәҡдим итә. Ятыр алдынан тынысланып ултырып, тәрәнерәк итеп тын алаһың да, уны сығарғас, бер аҙ тын алмай тораһың. Кем күпме булдыра ала. 5, 10, 15, 20-гә хәтле һанағансы. Башлап ебәргәндә 5 секундтан башлаһаң да ярай. Тағы тын алып ебәрәһең дә, – кәрәк булһа бер нисә тапҡыр, – шунан тағы тынды сығарабыҙ, унан тағы тын алмай тораһың. 7-8-10 тапҡыр ошо күнегеүҙе яһағас, кешенең нервылары тынысланып, ҡыҫылған ҡан тамырҙары киңәйеп китә, тәндә сәләмәтләнеү процестары яҡшыра, ҡанда pH кимәле көйләнә, тыныслап йоҡлап та китәһең.
  4. Үпкәлә ҡан бармы? Үпкәлә 400 -450 мл ҡан запасы тора, кәрәк ваҡытта ул ҡан юлына китә – мәҫәлән, тәнебеҙ ҡан юғалтҡан осраҡта, – һәм ошо запас беҙҙең ғүмерҙе ҡотҡарып алып ҡала ала. Беҙҙең организм – Аллаһы Тәғәлә тарафынан иң теүәл яһалған аппарат.Ул беҙгә ауыр ваҡытта ярҙам юлдарын да билгеләп ҡуйған.
  5. Күҙәнәктәрҙе туҡландыра. Нисек? Үпкә кислородты үпкәләге бәләкәй генә тишектәр аша ҡан юлына ебәрә, шул уҡ тишектәр аша углекислый газ да сыға, ҡан юлы буйлап кислород гемоглобин менән бәйләнә һәм йөрәк ошо кислородлы ҡанды төрлө ағзаларға һәм туҡымаларға ебәрә. Унда күҙәнәктәр тын алып туҡлана, беҙгә энергия бирә.
  6. Үпкә эшләмәһә, тауыш та юғала башлай. Ни өсөн? Гармунды уйнатҡанда, башта тын һурып алалар, шунан тауыш сыға. Үпкә лә тауыш барлыҡҡа килтереү процесында ҡатнаша. Үпкәһе насар эшләй башлаған кешенең тыны ла йәки тауышы насар сыға башлай. Үҙебеҙ ҙә тикшереп ҡарай алабыҙ. Тынды бөткәнсе сығарып, берәр һүҙ әйтеп ҡарағыҙ, бик насар ғына ишетелә йәки бөтөнләй һүҙ әйтеп булмай. Ә бына күкрәк тултырып тын алып, рәхәтләнеп ҡысҡырып та, йырлап та, һөйләшеп тә була.

Беҙ ошолай ябай ғына һүҙҙәр менән үпкәнең беҙҙең тәндә үтәгән ролен ҡараныҡ. Һығымта – үпкә беҙҙең өсөн төп ролдәрҙе үтәүсе ағза. Унда ниндәйҙер тайпылыш булып йәки инфекция инеп, уның эсендә үрсей, зыянлы ҡаҡырыҡ барлыҡҡа килә, һыу йыйыла башлай икән, был функциялар насар үтәлә йә бөтөнләй үтәлмәй башлай. Организм ҡаҡшай.

Ни өсөн үпкә тураһында яҙырға булдым? Һуңғы ваҡытта үпкә сире менән сирләүселәр һаны таныш-белештәр араһында күбәйеүе борсоғанға. Бигерәк тә короновирус сире үткәндән һуң, был сир күбәйҙе. Гел арҡа өшөп тороу, әҙ генә өшөү менән йүткертә башлау, йыш пневмония, бронхит, иң аяныслыһы – үпкә рагының күбәйеүе бик хәүефле күренеш.

Кемдәр короновирус сире менән сирләгән, прививка яһатҡандар – барыбыҙ ҙа “в группу риска заболеваний легких”ҡа инә, тип һығымта яһай ғалимдар. Ни өсөн? Сөнки короновирус иң беренсе тын юлдарын һәм үпкәне зарарланы. Уның зарарлау масштабы ҙур булыу сәбәпле, был иҫәпкә миллионлаған кешеләр эләкте. Һуңғы йылдарҙа үпкә сиренең күбәйеп китеүен дә кешеләрҙең короновирус менән зарарланыуы һәм уның эҙемтәләре менән бәйләйҙәр. Тимәк, был инфекция төпкә үтеп, эстән зыян итеп, беҙҙең һаулыҡты ҡаҡшатып тора. Ағасты эстән нисек әкрен генә ҡорт ашай, был инфекция ла шулай уҡ. Тыштан ағастың ҡайырыһы сәләмәт кеүек, әммә бер көн килеп ауғас ҡараһаң, ул эстән сереп, ҡарайып бөткән була.

Хәтерләйбеҙ, иң беренсе үпкәнең нисә процентҡа зарарланғанын тикшереп әйтәләр ине. Дауалауҙың уңышы ла уның зарарланыу процентының кәмеүенән йә бөтөнләй бөтөүенән тора ине. Әлбиттә, был сирҙе кем нисек булдыра ала, шулай еңергә тырышты. Кемгә укол-дарыуҙар, кемгә халыҡ медицинаһы ярҙам итте. Әрем, керән, төрлө төнәтмәләр, сода... Башҡа бик күп төрлө файҙалы ысулдар. Барыбыҙ ҙа үпкәне дауаларға тырыштыҡ. Ҡыҙғанысҡа, кемгәлер бер нимә лә ярҙам итә алманы...

Карантин бөткәс, эшкә сығып киттек. Карантин бар сир эләккән кешеләр тикшерелеп, улар сәләмәтләнгәс асылманы, йәшәргә һәм эшләргә кәрәк, донья көтөргә, эшкә сығырға... Тик күптәребеҙ әле ул сирҙән ныҡлап аяҡҡа баҫып бөтмәгән ине, кемдер хәлһеҙлек, баш ауыртыу, оҙаҡлап йүкереү, күҙҙәр насар күрә башлау, хәтер насарайыуға, шештәр тиҙ ҙурайыуға, быуындарҙың һыҙлауына, мускулдарҙы көҙән йыйырыуына һ.б. зарлана башланыҡ. Шулай уҡ күп кенә үпкә рагы осраҡтары йыш ишетелә башланы.

Интернеттағы мәғлүмәттәргә таянып шуны яҙып була, ҡайһы бер илдәрҙә короновирус менән сирләгән, прививка яһатҡан кешеләрҙең бер төркөмөн айырып алып, күҙәтеү алып баралар. Һәм ковидтан һуң уларҙың халәтен тикшереп торалар. Ковид инфекцияһының кешеләрҙең һаулығына насар йоғонтоһон күҙәтәләр. Күҙәтеүҙәргә таянып, ғалимдар ҙа һығымта яһай. Карантин бөтөп сикләүҙәр асылһа ла, “постковидная профилактика населения” үткәрергә кәрәк булған тип уйлайҙар.

Әлбиттә, барыбыҙ ҙа “ авось”ҡа һылтанмайынса, өҫтән төшкән ҡарар менән беҙҙе сәләмәтләндерә башлағандарын көтмәйенсә, профилактик саралар күрә башлаһаҡ, һәйбәт булыр ине.

Тимәк, үпкә сиренең әлеге көндә ныҡ артып китеүенең сәбәбе – ковидтан һуң ҡалған хәләттән килеп сыҡҡан эҙемтә тип һығымта яһап, барыбыҙ ҙа ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмайынса, бер ниндәй сәбәптәрҙе алға ҡуймайынса, үпкә сиренән һәм бигерәк тә үпкә рагы сиренән милли кимәлдә профилактика яһай башлаһаҡ арыу булыр. “Һаулыҡ тураһында яҡты доньяларҙан китергә өс көн ҡалғас түгел, ә сирләргә өс йыл ҡалғансы ҡайғырта башларға кәрәк”, – тиелә боронғо ҡытай мәҡәлендә.

Икенсе өлөш

Ә нимә эшләргә һуң? Был һорау һәр беребеҙҙең башында тыуа. Эйе, тынһыҙ ҡалғансы, тын алыу ағзаһын сәләмәтләндереү һәм сәләмәт тотоу тураһында уйланыу мөһимдер!
1. Иң беренсе тын ҡыҫылыу, бөтмәҫ оҙаҡ йөткереү, арҡа ауыртыу, арҡаның гел өшөп тороу, ныҡ тәмһеҙ ҡаҡырыҡ сығыу, үлек менән төкөрөү, йоҡлағанда ныҡ тирләү, хәлһеҙлек, арттан-алдан күкрәк ауыртыу һәм башҡа шундай күренештәр бар икән – мотлаҡ тиҙ арала табиптарға барырға, тейешле анализдар бирергә һәм ваҡытында диагноз ҡуйҙыртырға кәрәк. Был дауалауҙы уңышлы үткәрергә ярҙам итә.
2. Көндәлек йәшәйешебеҙҙә нисек үпкә сиренә барып етмәҫкә йәки уны эстән ҡыйратып ятҡан инфекцияларҙы бөтөрөргә, уларға үрсергә бирмәҫкә тип уйлау мөһим. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?
3.Иртән йоҡонан уянып торғас, иң беренсе телде ҡарарға кәрәк. Тел – ул беҙҙең эске хәлебеҙҙе күрһәткән ағза. Әгәр ҙә ул алһыу төҫтә, өҫтөндә бер ниндәй ҙә аҡһыл, һары, хатта көрән төҫтә үңәҙ (налёт) юҡ икән, ул ваҡытта тынысланырға була. Бар икән, уны телгә ныҡ баҫмай ғына сәй ҡалағы йәки махсус яйланма менән таҙартырға кәрәк. Ҡытайҙа телеңде сығарып күрһәтеүгә диагноз ҡуялар, тиҙәр. Мәҫәлән, аҡ үңәҙ – инфекцион сирҙәр, сереп ятҡан ризыҡтан, эс ҡатыуҙан ағыуланыу, һары төҫ –  аш һеңдереү ағзаларының сирле булыуы, һоро төҫ – үпкәләге, бронхтарҙағы ныҡлы проблемалар, көрән төҫ – гастрит, язва һәм башҡалар. Шулай итеп телебеҙҙе беҙ көн дә иртәнсәк ҡарап, үҙебеҙҙең хәлде аңларға була. Шулай уҡ таҙартҡандан һуң ауыҙға бер аш ҡалағы көнбағыш майын ҡабып, уны ике-өс минут кәнфит һурған кеүек һурып, ағарғас төкөрөп, ауыҙҙы сайҡарға кәрәк. Был процедура тел аҫтында, аңҡауҙа, теш ҡаҙналарында, тамаҡ төбөндә төнө буйы үрсеп, йыйылып ятҡан инфекция, зыянлы бактерия, бәшмәктәрҙән таҙарта.

4.Телде таҙартып, ауыҙ эсен сайҡатҡандан һуң, мотлаҡ йылынан эҫерәк булған һыу эсергә кәрәк. Эсеп өйрәнмәгән кешеләргә әҙҙән башлап өйрәнергә тура килә. Бер нисә стакан эсеү ҙә хуплана ғалимдар тарафынан. Мәҫәлән Иван Неумывакин, Борис Увайдов, Сергей Бубновский һ.б. Мотлаҡ!!! Бындай һыу эсеү үпкә өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә һәм эсмәү ниндәй ҙур зыян һала уға? Һыу эсеүҙең файҙаһы бик ҙур, ә эсмәүҙең зыяны – ифрат күп. Үпкә тейешле һәм файҙалы итеп эшләһен өсөн, ул көн үҙәгендә һыу менән еүешләнеп торорға тейеш. Был үпкәнең һәм тын юлдарының стенкаларын ҡаплап торған сәләмәт төкөрөк барлыҡҡа килтерә һәм ул йоҡа ғына пленка булып дымлап (увлажнять итеп) тора. Төкөрөк тын юлдарына һәм үпкәгә инфекция, бысраҡ, туҙан ултырырға бирмәй. Тимәк, көн үҙәгендә лә йылынан ҡайнарыраҡ һыу эсеп тороу мөһим. Һыу эсеү төкөрөкте яңыртып, уның элеккеһен ҡаҡырып сығарырға ярҙам итә. Былай булмаһа, төкөрөк сыҡмай, үпкәнең төбөндә йыйылып ята, ул әкрен генә серей. Тын алырға ҡамасаулай, үпкәнең эсендә серей башлай, уның тишектәрен ҡаплай. Кислород инә алмай һәм углекислый газ сыҡмай башлай. Йыйылған ҡаҡырыҡ аҫтында төрлө сир һәм яман шеш тә барлыҡҡа килә.Унда бәшмәк, паразиттар, инфекция үрсей башлай. Үпкәнең эсе лә теләһә ҡайһы һауыт кеүек йыуылып, таҙартылып торорға тейеш. Ә һыуһыҙ бит бер һауытты ла йыуа алмайбыҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, иң беренсе ашауҙан алда һыу эсеүҙе тәьмин итергә кәрәк. Йылынан ҡайнарыраҡ!!! 40градус тирәһендәге таҙа һыу. Һыу үпкәгә генә кәрәк түгел, был турала күп яҙылды.
5. Арҡа, ҡабырға, бигерәк тә үпкә проекцияһы тура килгән арҡаның өлөшөндө торғонлоҡ йәки ҡан ултырыу булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Мөмкинлек сыҡҡан һайын эйәк аҫтынан башлап хатта кендеккә хәтле устар менән тәнде ышҡылап торорға кәрәк.Был күнегеү ҡан йөрөшөн яйға һала, ҡан юлдарында торғонлоҡ булмай. Шулай уҡ арҡаны ла оноторға ярамай. Уға массаж яһатып, һөлөк ҡуйҙыртып, вакуумлы банкалар менән массажлап торорға кәрәк. Арҡала ҡан йөрөшө әйбәт булһа, ҡыҫылып-һығылып торған урындар булмаһа, үпкә лә һәйбәт эшләй. Ҡайһы берәүҙәрҙең арҡаларында тиреләре һөйәктәренә йәбешеп бөткән хәлдә була. Бындай хәлде арҡаға ауыр таш һалып ҡуйған кеүек күҙалларға була. Массажға йөрөргә ваҡыт юҡ ти, ул осраҡта өйҙә ҡулдан килгән ысулдар менән яһарға тырышырға кәрәк. Йә булмаһа, арҡаны ишек яңағына булһа ла ваҡыт-ваҡыт ышҡылап тороу, бер-береңә яһау ҙа килешә. Умыртҡалыҡ һөйәгенә теймәй генә. Ауырттырып, ҡаты итеп яһарға түгел, йомшаҡ итеп. Әгәр ҙә ниндәйҙер сир арҡаһында был ярамай икән, табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк. Һәр кем үҙенә ярашлыһын һайлай. Бассейн, йога, йүгереү, скандинав таяҡтары менән атлау һәм башҡа. Уларын һәр кем үҙе һайлай, табиптар менән дә кәңәшләшә.

6.Үпкә үтәнән-үтә һуҡҡан елде яратмай. Был бик насар ел. Элекке киноларҙы, фотоларҙы ҡараһаң, иғтибар итергә була. Элек кешеләр йәйге эҫелә лә көртөй, еңһеҙ һырма кейгән. Русса яҙһаҡ, душогрейка. Йәй көнө бәлки йоҡараҡты, ә һыуыҡ ваҡытта ҡалыныраҡты. Ә ҡатын-ҡыҙ йылы күкрәксә лә кейгән. Был кейемдәр иң беренсе арҡаға, күкрәккә ел тейеүҙән һаҡлаған. Ә арҡаға йәки күкрәккә һыуыҡ тейһә, ул үпкәгә лә үткән. Был кейемдәр шулай уҡ бауырҙы ла һыуыҡ тейеүҙән һаҡлаған, сөнки электән үк бауырға ла һыуыҡ тейҙермәҫкә кәңәш иткәндәр. Уға һыуыҡ тейгән осраҡта һауыҡтырыу бик оҙаҡ. Тимәк, ҡайҙа ғына эшләһәк тә, йөрөһәк тә, үтәнән-үтә һуҡҡан елдән үпкәгә, күкрәккә һыуыҡ тейҙертмәҫкә кәрәк. Бигерәк тә тирләп эшләгәндән, шөғөлләнгәндән һуң рәхәтләнеп елдә һыуынырға яратыусылар өсөн был ел бик насар эҙемтәле.Йәштәрҙе лә өйрәтергә кәрәк.

  1. Ныҡ һыуыҡ, еүеш һыуыҡ көндәрҙә урамға сыҡҡанда ауыҙға май ҡабып сығыу файҙалы. Иретелгән (һары) май йәки үҫемлек майы, шуны бер йотом ҡабып сыҡһаң, ул беҙҙең тын юлдарына һыуыҡ инһә лә эскә үтеп инергә бирмәй, сөнки май пленка булып һаҡлап тора.
  2. Йылдың һыуыҡ миҙгелдәрендә ризыҡҡа эстән йылыта торған әмләткес (приправа) ҡушып ашау шулай уҡ үпкә сирҙәренән ярҙам булып тора. Гәрсис (горчица), әсе ҡыҙыл борос, керән, ҡәнәфер, имбирь, һарымһаҡ, һуған... Һәр кем үҙенең самаһын, эске ағзаларының рәтен белеп ҡуллана. Был ризыҡ төрлө тын юлдары сирҙәренән профилактика яһап ҡына тормай, ә һаҡлап та, тәнде йылытып та тора. Ингән һыуыҡ тәнгә тарала алмай, сөнки эстән уны тәмәткестәр йылыта. Улар – усаҡҡа һүнергә бирмәйенсә ырғытып торған утын кеүек.

9. Күптәр короновирустан һуң тыны ҡыҫылыу менән интегә. Был осраҡта кибеттән ябай шар һатып алырға кәрәк. Эсен, тышын һәйбәтләп йыуғас, көнгә бер нисә тапҡыр ваҡыт булғанда өрөп ултырырға кәрәк. Бер өргәндә 4-5 тапҡыр шарҙы һауа менән тултырабыҙ ҙа бушатабыҙ. “Дыхание по Стрельниковой” методы бар.

10.Үпкә сиренә ҡаршы торорлоҡ, сир башланғанда, сирләп үткәргәндән һуң дауаларлыҡ һәм хәлебеҙҙе күпкә еңеләйтерлек үләндәребеҙ бар. Әрем, уҫаҡ ҡайырыһы, дегәнәк япрағы, тамыры, андыҙ... Иң беренсе урында – нисә йылдар буйына яҙған, һөйләгән үләндәрҙең батшаһы - Әрем!!! Нисә өндәү билгеһе ҡуйһам да әҙ булыр. Ҡытай, Дания, Германия һәм башҡа күп кенә ил ғалимдарының был үләндә нәҡ короновирустан һәм уның эҙемтәләрен дауалауҙан файҙалы көсө булған артемизинин тигән матдә бар икәнен иҫбатлаған мәғлүмәттәр бик күп. Тик ул мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ошо үләнде файҙаланып, сәләмәтләнгән үҙебеҙ шаһит!!! Мин был сирҙән Әрем менән дауаланып сыҡҡан бик күп кешеләрҙән хаттар алдым. Уларҙың ҡайһы берҙәренең тарихтарын яҙҙым.

Әремде эсә белһәң дарыу, эсә белмәһәң ағыу!!! Әрем – иң әсе үлән! Уны ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, аллергияһы булған кешеләргә эсеү тыйыла!!! Беренсегә эскәндәргә әҙҙән башлап, организмдың реакцияһына ҡарап эсеп өйрәнергә кәрәк. Нәҡ үпкә сиренән профилактика һәм дауаланыу – бөгөнгө тема. Шуның өсөн нәҡ үпкәгә файҙа булырлыҡ рецептты яҙам.

Ярты стакан ҡайнар һыуға 10-15 бөртөк сәскәһен йәки шул самала сәй ҡалағының өстән бер өлөшө онталған үләнен һалып, 15минутҡа төнәргә ябып ҡуябыҙ. Ашарға бер сәғәт ҡалғас, ашағандан һуң ике-өс, йоҡларға бер сәғәт ҡала йәтеш, эсерлек сәй ҡайнарлығында йотомлап, ашыҡмайынса эсәбеҙ. Нисә тапҡыр? Төрлөсә. Кемдең оҙаҡҡа һуҙылған йүткереү, үлекле ҡаҡырыҡ сығыу  йәки сыға алмай, үпкәне өшөтөп торған ҡаҡырыҡ йыйылыуы һәм башҡа осраҡтар бар икән, тимәк, иң кәмендә ике аҙна, көнөнә 4-5 тапҡыр эсәбеҙ. Төнәтмәне артып ҡалған осраҡта, уға ҡайнар һыу өҫтәп, йылынан ҡайнарыраҡ итеп эсәбеҙ. Һыуынған әрем төнәтмәһе эсмәйбеҙ!!!

Әрем төнтәмәһе эсә башлағас, йүткереү көсәйеп, ҡаҡырыҡ сығыу, хатта һары һыу, үлек сығыу күренештәре башланырға мөмкин. Ҡурҡып ҡалырға кәрәкмәй, был таҙарыныу башланғанды күрһәтә. Кире йотмаҫҡа, барыһын да төкөрөргә кәрәк!!! Ике-өс аҙна эскәндән һуң, көнгә ике-өс тапҡырға ҡалдырып, шунан инде бер-икегә ҡалдырырға була. Теләгән кеше профилактика өсөн көнөнә бер-ике тапҡыр йәки бер тапҡыр эсеп йәшәй ғүмер буйына. Әремдең нәҡ тын юлдарын сәләмәтләндереү көсө күптәребеҙҙе йә барыбыҙҙы доньяны баҫып килгән бик күп насар сирҙәрҙән һаҡлап торор. Бары тик көнгә бер нисә тапҡыр уны иҫкә төшөрөп, уға күҙ һалып алыу ғына кәрәк.

Өсөнсө өлөш

Тағы ниндәй үлән, ризыҡ менән үпкә сирен дауалап, уға сирләргә бирмәйенсә профилактика яһап йәшәп була, тигән һорауға яуап бирә башлаған инек.
* Әремдән һуң икенсе урынға башҡорттоң милли ризығы – ҡымыҙҙы ҡуйыр инем. Дауаханаларҙа ҡымыҙ менән тын юлдары һәм үпкә сирен дауалау элек-электән билгеле.

Әсей башлаған, ныҡ әсегән ҡымыҙ була. Уның һәр бер стадияһы үҙе бер дауалау көсөнә эйә. Бик оҙаҡ йылдар совхоз өсөн ҡымыҙ яһаған әнейем, бик әсеп бөтмәгән ҡымыҙ эсе ҡатҡандарға файҙалы, ә әсеһе эстә ҡорттарға үрсемәҫкә һәйбәт һәм эсегеҙ, һөйәгегеҙ ныҡ була, тип эсертә ине.

Ҡымыҙ әсегәндә уның составында төрлө инфекцияларға ҡаршы торорлоҡ молочнокислая бактерия барлыҡҡа килә.Шулай уҡ ҡымыҙҙа бик күп минерал, А,Е,В,С витаминдары, йод,тимер, баҡыр бар. Иң мөһиме – беҙҙең тәндә ҡымыҙ 95 процентҡа үҙләштерелә. Ул үҙе иң беренсе ашҡаҙанды әйбәт эшләтә, файҙалы бактериялар алып инә, улар беҙгә зыян һалған төрлө бәшмәкте, паразиты организмдан ҡыуалай, ҡыйрата. Миндә юҡ, тип йәшәмәгеҙ, ғалимдар Ер шарының 95 процент халҡы улар менән зарарланған һәм иң ауыр сир – ракты ла улар килтереп сығара, тигән фекерҙә.

Ҡымыҙҙың да самаһын белеп, дауалаусы табиптар менән кәңәшләшеп эсергә кәрәк. Әнейем беҙгә ашарға бер йәки ярты сәғәт ҡалғас, көнөнә бер-ике тапҡыр эсерә ине.Тик беҙ – ныҡ эшләп, күп хәрәкәтләнеп, физик көс түгеп үҫкән быуын, ул беҙгә артыҡ булмаған. Хәҙер самаһын һәр кем үҙе уйлай.

2.Беҙҙең башҡорт милли ризығы – ҡорот.

Минең өсөн ашҡа ҡорот һалып ашау – үҙе бер йөрәккә май булып ята торған ашау ритуалы.

Беҙҙең ҡороттоң дауалау көсөн һанап китһәң, биш тиҫтәнән арта. Витамин А – күҙ һәйбәт күрә. Витамин Е – ҡартайыуҙы әкренәйтә, тромбтар барлыҡҡа килеүҙе кәметә. Уның составында нәҡ короновирус штаммына ҡаршы торорлоҡ Д витамины күп икән.

Бына ошо урында уның тын юлдарын һәм үпкә сирҙәрен дауалауҙан файҙаһы бар икәнен асыҡлайбыҙ.Кипкән ҡоротто кимереү тештәрҙең ҡаҙнаһын да нығыта.

Дауа – ҡул аҫтыбыҙҙа. Ҡайнар һурпаға ҡорот һалып, борослап ашау – үҙе бер үпкә сирҙәренән ныҡлы профилактика. Короновирус сиренән файҙаһы бар тип, Голландия башҡорт ҡоротон һатып ала, тип интернетта яҙылған ине. Ысын булһа, был бит уның үпкә сиренән файҙаһы барлығын күрһәткән бер дәлил.

3.Хәҙерге ваҡытта уҫаҡ ҡайырыһы төнәтмәһе менән дауаланыу ныҡ ҡына тарала. Мин ул турала өс йыл элегәрәк яҙған инем.Уҫаҡ ҡайрыһын кем “Алтай үләне”фирмаһынан Озон, Валберестан яҙҙырып ала, кем бүтән юлдар менән таба. Интернетта видеолар күп. Танышырға, тыңларға, үҙеңә тейешле самаһын табырға кәрәк. Ә һин нисек эсәһең, тигән һорау тыуыр? Мин үҙем Озондан “Кора осины россыпью”тигәнен алам.

Ике стакан һыуҙы ҡайнатып сығарам да шуға бер сәй ҡалағы сеймал (сырье) һалам, бер минут ҡайнатам. Иртәнсәккә хәтле кәстрүлдә тора. Иртәнсәк бер стакан төнәтмәгә әҙерәк ҡайнар һыу ҡойоп йылытам. Башта бер стакан ҡайнарыраҡ һыу эсәм, ул бер аҙ һеңгәс, бер стакан уҫаҡ ҡайырыһы төнәтмәһен эсәм. Ярты сәғәттән ашарға була. Ике ай эсәм, ике ай ял итәм. Мин шулай.Тик һәр кем үҙенең самаһын һәм эсеү режимын таба. Тик дауаланыу өсөн эскән төнәтмәләрҙе ашарға иң кәмендә ярты сәғәт ҡала эсергә кәрәк. Интернетта табиптарҙың да кәңәштәре күп уҫаҡ ҡайырыһы тураһында, уҡыйыҡ, тыңлайыҡ!!!
4. Яҙ етә, Алла бойорһа. Дегәнәк һуты яһап эсергә ваҡыт етә. Уның тураһында тәфсилләп яҙылған яҙмам алда ҡуйылған (З.Низамиеваның сәхифәһендә ҡарарға мөмкин – авт.).

Яҙма авторы – Зәүхиә Ҡәҙербәкова (Низамиева). (ҡыҫҡартып алынды). 

Һүрәт: https://au.pinterest.com/pin/585045807820535559/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас