Сәләмәт булайыҡ
18 Февраль 2025, 18:15

Ир-ат сәләмәтлеген нисек һаҡларға?

Ир-аттың күбеһе табиптарға йөрөргә яратмай йәиһә сирләһә лә дауаланыуҙы һуңғараҡ ҡалдырырға ғәҙәтләнгән.

Ир-ат сәләмәтлеген нисек һаҡларға?Ир-ат сәләмәтлеген нисек һаҡларға?
Ир-ат сәләмәтлеген нисек һаҡларға?

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы 17-23 февралдә ир-ат сәләмәтлеген һаҡлау аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Шуның менән бәйле белгестәр ябай, аңлайышлы һәм мөһим кәңәштәре менән уртаҡлашты. Ир-аттың күбеһе табиптарға йөрөргә яратмай йәиһә сирләһә лә дауаланыуҙы һуңғараҡ ҡалдырырға ғәҙәтләнгән. Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн  ошо ҡағиҙәләргә таянығыҙ, ти белгестәр.

Физик әүҙемлек

Хәрәкәт простата биҙендәге ҡан әйләнешен һәм матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Бынан тыш, янбаш мускулдары ҡыҫҡарыуы биҙгә массаж яһай. Физик күнегеүҙәр ҡорһаҡтағы баҫымды көйләй, бәүел-енес системаһына ыңғай тәьҫир итә.

Дөрөҫ туҡланыу

Дөрөҫ туҡланыу менән бергә ирҙәр енес гормондары өсөн төҙөлөш материалы ала, шуға күрә аҙыҡта тейешле миҡдарҙа майҙар, аҡһым, углеводтар булырға тейеш. Тап шул арҡала төп ир-ат гормоны  –тестостерон синтезлана. Бөйөрҙәр, бәүел ҡыуығы, бәүел каналы һәм организмдың башҡа системалары яҡшы эшләһен өсөн тейешле кимәлдә шыйыҡлыҡ эсергә кәрәк.

Тестостерон тейешле кимәле булһын

Тестостерон гормоны нервы һәм вегетатив тамырҙар системаһына (йоҡоһоҙлоҡ, хәтер насарланыуы, ҡан баҫымы үҙгәреүе, тирләү) ғына түгел, эшкә һәләтлелеккә һәм тормошҡа ҡарашҡа ҡыҙыҡһыныуға ла йоғонто яһай. Был гормонға ҡытлыҡ мускул массаһы кәмеүенә, туҡымалар тонусына, шулай уҡ майҙар кимәле артыуына һәм остеопороз үҫеүенә йоғонто яһай. Ирҙәр гормоны аҙайыуына алкоголле эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу һәм хроник сирҙәр тәьҫир итә. Терапевт, уролог һәм эндокринологҡа  даими күренеү тестостерон кимәлен күҙәтергә һәм көйләргә ярҙам итә.

Урологка күренергә онотмағыҙ

Күп сирҙәрҙең һиҙҙермәй үтеүе һәм борсомауы ихтимал.Тик ваҡытында диагностика үтеү һәм ауырыуҙарҙы иртә осорҙа дауалау сирҙәрҙе  тулыһынса һауыҡтырырға мөмкинлек бирә.Үкенескә ҡаршы, ир-аттың күпселеге дуҫ-ише йәки агрессив реклама кәңәше менән дауаланыуҙы хуп күрә.

Тәмәкенән баш тартығыҙ

Тәмәкегә үрелгән һайын шуны онотмағыҙ: никотин ҡан тамырҙары ҡыҫылыуына килтерә, мөһим ағзаларҙың туҡланыуын кәметә. 45 йәштән һуң йылына бер тапҡыр онкомаркерҙарға ҡан тапшырығыҙ. Иң киң таралған хәүефле сир –простата биҙе яман шеше. Иртә стадияла диагноз ҡуйылыуы шеш процесын асыҡларға һәм дауаларға мөмкинлек бирә.

Тормошто яратығыҙ

Кеше бәхете тышҡы шарттарға бәйле түгел, ә эске донъяны тойоуға, тирә-йүнгә мөнәсәбәткә бәйле. Күңелегеҙгә ятҡан шөғөл табырға тырышығыҙ, иң мөһиме, унан ҡәнәғәтлек кисерегеҙ. Бәхетле һәм сәләмәт булығыҙ!

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас